ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
11 Декабрь 2017, 16:03

Матурлыҡ, рух һәм ижад донъяһына илтеүсе

Ҡаланың 1-се балалар сәнғәт мәктәбе быйыл 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Ҡаланың 1-се балалар сәнғәт мәктәбе быйыл 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Билдәле булыуынса, учреждение музыкаль мәктәп булараҡ 1962 йылда асыла. 1973 йылдың 1 авгусында Флүр Хәбибуллин идеяһы менән һәм уның етәкселегендә һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар өсөн художество мәктәбе үҙ ишеген аса. 1997 йылда ул ваҡытта район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләгән Фазила Маукаева башланғысында ошо ике мәктәпте берләштереү юлы менән сәнғәт мәктәбе барлыҡҡа килде. Сәнғәт мәктәбенең үҫешенә уның директорҙары Анатолий Лобанов, Лилиә Уразаева һәм Регина Абдраҡова әһәмиәтле өлөш индерҙе.
2012 йылдан мәктәп коллективын Светлана Әйүпова етәкләй. 57 хеҙмәткәрҙең 25-е - юғары, 13-ө - 1-се категориялы. 27 педагог - юғары, 25-е урта һөнәри белемле. 3 уҡытыусының маҡтаулы исеме бар: Алевтина Шиханова һәм Тәлғәт Нурыев - “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Ольга Брунько - “Атҡаҙанған белем биреү эшмәкәре”. Лилиә Уразаева “Мәғарифты үҫтереүгә өлөшө өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн учреждение күп профилле иҫәпләнә һәм балаларға өс йүнәлештә, йәғни музыка, художество һәм хореография бүлексәләрендә өҫтәмә белем бирелә.
Музыка бүлексәһен Людмила Наставшева етәкләй. Уҡытыусылар араһында үҙҙәрен музыкаға арнаған сәнғәт мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусылары күп. Һуңғы йылдарҙа унда думбыра, балалайка, гитара кластары, тынлы инструменттар бүлексәһе асылды.
Художество бүлексә мөдире Игорь Павлов - билдәле скульптор, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдары берләшмәһе, ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Бүлексәлә һоҡланғыс педагогтар эшләй. Улар йәш быуынға художество ижад нигеҙҙәрен өйрәтә. Балаларҙың эштәрен төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин.
Хореография бүлексәһе 1997 йылда асыла һәм уның мөдире итеп Әнүзә Мәмбәтова тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта педагогия коллективы менән мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алевтина Шиханова етәкселек итә. Ҡалала бүлексә уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығынан башҡа бер генә сара ла үтмәй тиһәң, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Улар - төрлө байрамдарҙың, мәҙәни сараларҙың сағыу биҙәге.
2015 йылда Воскресенский художество мәктәбен ҡушыу төрөндә мәктәптә мөһим үҙгәреш булды һәм ул 1-се балалар сәнғәт мәктәбе атамаһын алды.
Бөгөн унда 739 бала шөғөлләнә. Шуның 687-һе - Мәләүез, 52-һе Воскресенский мәктәбендә өҫтәмә белем ала. Йыл һайын уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша һәм лауреат, дипломант исемдәренә лайыҡ була.
Сәнғәт мәктәбендә бөтәһе 16 ижади коллектив эшләй, шуның 3-һө - өлгөлө, 3-һө халыҡ исемен йөрөтә. Ике йыл рәттән Салауат төбәк методик берекмәһе үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм юғары эш һөҙөмтәләре буйынса II дәрәжә лауреат дипломын яуланы. Өс уҡыусы, атап әйткәндә, Камилла Ғайсина, Ульяна Косачева, Арсен Мкртумян район Хакимиәте башлығы стипендияһын ала.
Сәнғәт мәктәбенең ғорурланырлыҡ сығарылыш уҡыусылары ла бик күп. Улар араһында бик талантлы һәм билдәле кешеләр ҙә байтаҡ. Был тәңгәлдә Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡовты (уҡытыусыһы В.Кузнецова), “Арғымаҡ” этно-төркөм етәксеһе Ринат Рамаҙановты (Т.Нурыев) билдәләп үтеү урынлы булыр.
Һуңғы йылдарҙа район Хакимиәте ярҙамы менән сәнғәт мәктәбе ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен инструменттар менән йыһазландырыу программаһы буйынса яңы музыка ҡоралдары һатып алынды. Быйыл учреждение биләмәһен төҙөкләндереү, кәртәләүгә район бюджетынан аҡса бүленде.
Дөйөм алғанда, балалар сәнғәт мәктәбе юбилейын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршы ала. Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға йыйынмай улар. Артабан да педагогия коллективы йәш быуындың рухи донъяһын байытыу, сәнғәткә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уларҙың һәләтен асыу, үҫтереү өҫтөндә эшен тағы ла тырышыбыраҡ дауам итеү маҡсаты менән янып йәшәй.
Читайте нас: