ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Декабрь 2017, 13:21

Мәҙәниәт күгендә балҡый

Ижадсы Альберт Салауатов 1971 йылда Баймаҡ районыСеменовка ауылында тыуып үҫә. Альберттың атаһы Рәфҡәт ағай менән әсәһе Зифа апай ҙа йырға әүәҫбула.

Ижадсы Альберт Салауатов 1971 йылда Баймаҡ районы Семеновка ауылында тыуып үҫә. Альберттың атаһы Рәфҡәт ағай менән әсәһе Зифа апай ҙа йырға әүәҫ була. Уларҙың һәр ваҡыт үҙ алдына көйләп-йырлап йөрөүен ишетеп-күреп үҫкән малай күңеленә туған халҡы моңона һөйөү орлоғо шул заманда уҡ һалынғандыр, бәлки. Тыуған ауылында башланғыс класты тамамлаған малайҙы артабан Баймаҡтағы 2-се мәктәпкә бирәләр. Бында ул әсәһе яғынан олатаһы менән өләсәһендә йәшәй. Ҡыҫҡаһы, Баймаҡ мәктәбендә Альбертҡа киңлек етмәй һәм уны Сибай мәктәп-интернатына күсерәләр.
Күңеленә инеп оялаған “артислыҡ ене” мәктәп-интернатты уңышлы тамамлаған Альбертты туп-тура Өфө сәнғәт институтына алып китә. Тәүгә генә поезға ултырып, үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә баш ҡалаға килгән үҫмер егет, һораша-һораша сәнғәт институтын табып, уның тупһаһы аша атлап инә. “Имтихандарҙы тапшыра алырмынмы? Шундай ҙур ҡалала йәшәргә өйрәнерменме?”
- Әле көлөп кенә иҫкә алһам да, ҙур ҡалаға башлап ҡына килгән үҫмер өсөн бик ҙур һынау булды ул көндәр, - Альберт йылмайыу ҡатыш көрһөнөп ҡуя. - Шулай ҙа уҡыу йылы башланыу менән шик-шөбһәләргә урын ҡалманы. Актерлыҡ бүлегендә белем алғандар өсөн башҡаларға сәйер булып тойолған, мажараларға бай ҙа, ҡыҙыҡлы ла студент тормошо “йотто” беҙҙе.
Тырышып-тырмашып “белем ҡаяларын аҡтарыуҙар” төрлө сараларҙа ҡатнашыуҙар башланды. Ҡыҫҡаһы, һәр кем өсөн тормоштоң иң гүзәл, иң дәртле һәм сағыу мәле ине ул осор”. Актерлыҡ төркөмөндә уҡығандар тормоштан алынған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәләштереп, йыш ҡына махсус комиссия алдында һынау ҙа тота. Шулай итеп, актер оҫталығына өйрәнә улар. Ғәзиз әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә егет һәм, уҡыуын ташлап, Сибай драма театрында әҙ генә ваҡыт эшләй ҙә әрмегә юллана. Ике йыл Балтик диңгеҙендә хәрби хеҙмәт үтә. Ир ҡорона инеп ҡайтҡан егет туп-тура Сибай дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә. Коллектив уны бик йылы, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Артабан кисәге һалдат өсөн бөтөнләй башҡа донъя, бүтәнсә йәшәйеш башлана. Үҙенә ышанып тапшырылған һәр ролде күңеле аша үткәреп, бар оҫталығын, һәләтен һалып башҡарыуы тиҙ арала уға тамашасылар араһында танылыу килтерә. Күренекле башҡорт әҙибе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдәге Басир ролен айырыуса яратып, үҙ күреп уйнай. Альберт Салауатов исемен халыҡҡа танытҡан ролдәрҙең береһе була ул. Йәш актерҙың йырға маһирлығын да үҙ күреп ҡабул итәләр, уның сәхнәлә уйнауын һағынып көтәләр...
Биш йыл ваҡытының нисек үтеп киткәнен дә һиҙмәй Альберт Рәфҡәт улы. Шулай ең һыҙғанып эшләп йөрөгәнендә Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова уны эшкә саҡыра. Шулай итеп, Альберт үҙен сәнғәттең икенсе төрөндә лә һынап ҡарарға ҡарай.
Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла халыҡтың концерт-тамашаларға дәррәү йөрөгән сағы, һәр ерҙә артистарҙы көтөп алалар. Йәш йырсыны концерттарҙа көслө алҡыштар менән оҙатып ҡалалар, ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығыуын һорайҙар. Һәүәҫкәр композиторҙар Хисмәтулла Дәүләтов менән Зөһрә Фәйзуллина яҙған йырҙар айырыуса аһәңле яңғырай уның башҡарыуында.
Яңы үрҙәргә ынтылған, яңы асыштарға юл ярған йырсы артабан үҫеү, тәжрибә туплау маҡсатында Стәрлетамаҡҡа юллана. Өс йылдан яңы асылған Нефтекама филармонияһына күсә.
Әммә торған ер яҡшы булһа ла, һағындыра тыуған ер тигәндәй, Альбертты ла тыуған яғы, тәпәй эҙе ҡалған йәнтөйәге үҙенә әйҙәй. Ул Сибай филармонияһына кире ҡайта. Йырсыны Вәкил Йосопов, Ильяс Сафин һәм башҡалар ҡыуанып ҡаршы ала һәм уның хөрмәтенә “Мин ҡайттым, туғандар!” исемле бик матур, йөкмәткеле программа әҙерләйҙәр. Альберттың илаһи моңон танһыҡлаған яҡташтары өсөн ҙур бүләк була был концерт, йырсыны аяғүрә алҡыштар менән ҡаршылайҙар.
Уҙған йыл 45 йәшен тултырған Альберт Салауатов сирек быуат йыллыҡ сәхнә тормошон билдәләне. Ошо уңайҙан ул тамашасыларын шәхсән концерты менән һөйөндөрҙө.
- Яҡты донъяға башҡорт булып нәҡ Баймаҡ ерендә тыуыуыма ғорурланып йәшәйем, - ти ул. - Тыуған тупрағым илһам һәм көс бирә. Минең өсөн Баймаҡтан да күркәмерәк, хозурыраҡ башҡа төбәк юҡ. Уның көн битендә көҙгөләй ялтырап, тонйорап ятҡан Талҡаҫы ғына ни тора! Миңә бер ниндәй ҙә ял йорттары, Канар утрауҙары, Ҡара диңгеҙ кәрәк түгел. Дуҫ-иштәрем менән бергәләп тыуған еремдә, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, Талҡаҫымдың көмөштәй саф һыуында ҡойоноу рух күтәренкелеге, көс һәм дәрт өҫтәй...
Тыуған ерендә Альберт Рәфҡәт улы үҙенең өлөшөнә төшкән көмөшөн - күптән эҙләгән яртыһын - тапты. Кәләше Гөлшат - һөнәре буйынса уҡытыусы, әммә һөйөклөһөнә оло терәк, өс ул үҫтерә: Сыңғыҙ, Юлай һәм Батырхан. Ғаилә тормошон өр-яңынан башлап, заманса яңы йортта йәшәй улар.
Һүрәттә: Альберт Салауатов.
Читайте нас: