ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Декабрь 2017, 13:41

Йәш быуынға ғәҙеллеккә ышана

Быйыл Башҡортостанда суд системаһы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тула. Иҫтәлекле дата айҡанлы республикала төрлө саралар уҙғарыла.

Быйыл Башҡортостанда суд системаһы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тула. Иҫтәлекле дата айҡанлы республикала төрлө саралар уҙғарыла.
Район-ҡала суды һәм мәғариф идаралығы төбәк мәктәптәренең 7-11-се класс уҡыусылары араһында ижади конкурс үткәрҙе. Йәш быуындың суд системаһы тураһында белемен арттырыу, һөнәри йүнәлеш биреү, ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында ойошторолған сарала 50-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Конкурсанттар хөкөм системаһының кеше тормошондағы роле, әхлаҡи-хоҡуҡи тәрбиә, йәмғиәт, ғәҙеллек тураһында шиғырҙар ятланы, инша яҙҙы. Бынан тыш, иң яҡшы һүрәткә һәм плакатҡа конкурс үткәрелде.
Ижади эштәрҙән йәш быуындың ғәҙел хөкөмгә, суд һәм судья һөнәренең абруйына ышаныуын күрергә була. "Дөрөҫлөк бөтәһенән дә өҫтөн", "Кеше яҙмышы", "Беҙ ғәҙел хөкөм яҡлы!" тип исемләнгән һүрәттәрҙән дә үҫмерҙәрҙең ҡанундарҙың, хоҡуҡи нормаларҙың эшләүенә инаныуын белдек. Шулай итеп, 46 ижади эштең 13-ө маҡтаулы урын яуланы, шуның 4-һе беренсе урынға лайыҡ булды. Атап әйткәндә, 7-се класс уҡыусыһы Карина Петровская (6-сы лицей), 9-сы класс уҡыусыһы Камилә Абдуллина (1-се гимназия), 7-се класс уҡыусыһы Камилла Әхтәмова (5-се мәктәп) һәм 10-сы класс уҡыусыһы Алһыу Вахитова (9-сы гимназия) һүрәт төшөрөү һәм иншалар конкурсының еңеүселәре исемен алды. Еңеүселәр һәм призлы урын алғандарҙы Маҡтау грамоталары менән район суды рәйесе Венер Ғәлиев һәм мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов бүләкләне.
Һүрәттә: Бүләкләү тантанаһынан һуң иҫтәлеккә фото.
1-се гимназия уҡыусыһы Карина Заикина иншалар конкурсында призлы урын алды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: