ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Декабрь 2017, 18:30

Тәбиғәт һәм рухиәт һаҡсыһы

М. Буранғолов исемендәге китапханала әленән-әле ҙур саралар, осрашыуҙар үткәрелә.

М. Буранғолов исемендәге китапханала әленән-әле ҙур саралар, осрашыуҙар үткәрелә.
Ошо көндәрҙә уҙған фәһемле һәм бай аралашыу яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөфәр Толомғужиндың ғына юбилей тантанаһы булманы, ә бөтә киң йәмәғәтселек өсөн һәм мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә рухиәт байрамы булды тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа был кисәгә мәртәбә өҫтәне. Башҡорт халыҡ көйө менән башланып киткән был сара Зөфәр Ғәли улының халыҡ мәнфәғәте, рух илсеһе икәнен иҫбат итеп кенә ҡалманы, ә ысын мәғәнәһендә, сәсән теле, шул уҡ ваҡытта һәр саҡ халыҡ араһында үҙенең һүҙен, ихлас фекерен еткереүсе шәхес икәнен дә күрһәтте. Был хаҡта «Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире, билдәле драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиф Кинйәбаев һәм “Ағиҙел” журналының проза бүлеге мөдире, яҙыусы, тәржемәсе Сабир Шәрипов әйтеп үтте. Артабан әҙиптең ижадташ дуҫтары Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Нияз Мәһәҙиевтар ҙа үҙенсәлекле ижад менән халыҡ күңеленә ингән ҡәләмдәше хаҡында сығыш яһаны.
Зөфәр Ғәли улының рухлы ижадына арнап шағир Тимер Ниәтшин, Рәфҡәт Әйетҡолов, “Мәләүез таңдары” берләшмәһе ағзалары шиғырҙарын уҡыны. Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова, 9-сы гимназия уҡытыусылары Фирҙәүес Шәйәхмәтова, Розалия Әлимғужиналар юбилярҙың уҡытыу, тәрбиә өлкәһендәге эшмәкәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рухиәт һағындағы дуҫтары Салауат һәм Фәймә Аҡдәүләтовтар, Фәнис Бикташевтың сығыштары ныҡышмалы шәхестең күп яҡлы һәләтен асты. Һуғыш йылы балалары тип танылған быуын вәкиле булараҡ урындағы ойошма етәксеһе Николай Бедняковтың миҙал менән бүләкләүе юбилярҙың байрамына мәртәбә өҫтәне. Кисәнең йылы, рухлы шарттарҙа үтеүенә Морат хәҙрәт Ишбаевтың Ҡөрьән Кәримдән уҡыған сүрәләре көс- ҡеүәт бирҙе.
Һүрәттә: яҙыусы һәм публицист Зөфәр Толомғужиндың юбилей кисәһендә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: