ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
19 Февраль 2018, 16:44

Шиғриәт тамсылары

Ҡотош ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллығына арналған «Шиғриәт тамсылары» тигән кисә үткәрелде.

Ҡотош ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллығына арналған «Шиғриәт тамсылары» тигән кисә үткәрелде. Унда бишенсе һәм ун беренсе класс уҡыусылары ҡатнашты. Кисә Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә яҙылған «Ҡышҡы романс» тигән йыр тыңлауҙан башланды. Алып барыусы китапханасы Лена Фазләхмәтова балаларҙы әҙиптең тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Назар Нәжмиҙең китаптарынан төҙөлгән күргәҙмә лә әһәмиәтле булды. Йырҙарҙы тыңлағанда балалар ҡушылып йырланы. Назар Нәжмиҙең күп кенә шиғырҙарына яҙылған йырҙары тураһында, уларға көй яҙыусы композиторҙарыбыҙ Рим Хәсәнов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитовтар тураһында улар бай мәғлүмәт алды. Шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары яңғыраны, һуңынан авторҙың тормош юлы һәм ижады тураһында викторина үткәрелде. Балаларҙың яҡшы хәтерҙәре, иғтибарлы булыуҙары бик ҡыуандырҙы, бөтә һорауҙарға ла бер-береһенән уҙышып яуап бирҙеләр һәм мәрәйҙәр йыйҙылар. 9 класс уҡыусыһы Альмира Байсарова еңеүсе булды. Балалар бөтәһе лә тәмлекәстәр менән һыйланды.
Шағирҙар үлемһеҙ тиҙәр, ысынлап та шулай икәнлегенә тағын бер инандыҡ. Әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған популяр «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгел», «Һыу һибегеҙ гөлдәргә» һәм башҡа йырҙар һәм шиғырҙары, поэмаларында ул мәңге йәшәй. Был осрашыу урыҫ мәктәбендә уҡыған балар өсөн файҙалы булыр тип өмөтләнәм, сөнки улар үҙҙәренең телен, тыуған яҡ шәхестәрен белергә тейеш.

Китапханасы Лена Фазләхмәтова.

Читайте нас: