Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмлек - ул алтындан да ҡиммәт байлыҡ

Район-ҡалала йәш саҡта бер-береһенә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалған, күркәм холоҡло балалар үҫтергән, халҡыбыҙ йолаларын һаҡлаған, оҙон ғүмерле, татыу ғаиләләр бик күп.

Район-ҡалала 1 ғинуарҙан 28 февралгә тиклем 67 никах теркәлде. 155 сабый тыуҙы.

Район-ҡалала йәш саҡта бер-береһенә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалған, күркәм холоҡло балалар үҫтергән, халҡыбыҙ йолаларын һаҡлаған, оҙон ғүмерле, татыу ғаиләләр бик күп.
Район Хакимиәте ЗАГС бүлеге ана шундайҙарҙың тәжрибәһен таратыу, уларҙы йәштәргә өлгө итеп күрһәтеү маҡсатында төрлө саралар даими үткәрә. Быйыл мартта бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулған Фәрзәнә һәм Сәлих Ҡәҙерғоловтар, Филизә һәм Хәкимйән Янбаевтарҙы саҡырып тантаналы байрам ойоштороуҙары ла - шуға асыҡ миҫал.
Был ике ғаиләнең яҙмышы бер-береһенә бик оҡшаш. Ҡәҙерғоловтар ҙа, Янбаевтар ҙа сағыу һәм бай тормош юлы үткән. Икеһе лә икешәр балаға лайыҡлы тәрбиә биргән. Ғаилә башлыҡтарының икеһенең дә хеҙмәт биографияһының күп өлөшө заманында гөрләп торған химия заводы эшмәкәрлегенә бәйле. Бер үк осорҙа улар предприятиеның төрлө тармағында тырышып эшләгән. Хәләл ефеттәренең һөнәре буйынса ла бер-береһенә яҡындар: Фәрзәнә Абдрахман ҡыҙы медсестра булып эшләһә, Филизә Малик ҡыҙы - дарыухана белгесе.
Хатта уларҙың тормошҡа ҡарашы, татыулыҡтарының сере лә уртаҡ кеүек.
Янбаевтар: “Ғаилә тормошо өсөн иң мөһиме - сабырлыҡ һәм бер-береңә ихтирам тойғоһо”, - тиһә, Ҡәҙерғоловтар: “Бер-береңде аңлау, ярҙам итеү һәм хөрмәт күрһәтеү”, - ти.
Бына шулай улар шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, барлыҡта ла, юҡлыҡта ла бер-береһенә терәк булып, ярҙам итеп, кәрәк урында һүҙе, эше, кәңәше-нәсихәте менән таяныс булып илле йыл бергә ғүмер итә.
-Иңгә-иң терәшеп оҙон тормош юлын үтеү бәхет кенә түгел. Ул - бер үк ваҡытта оло хеҙмәт тә, - тине ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова.
Ҡотлау сығышынан һуң алтын юбилейын билдәләгәндәргә Башҡортостан Башлығының адреслы папкаһын тапшырҙы.
Был көндә шулай уҡ юбилярҙарҙы ғаилә башлыҡтары оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялған киткән “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәте профсоюз ойошмаһы рәйесе Юрий Батов, ҡала мәҙәниәт һарайының Гөлсинә Ҡаразбаева етәкселегендәге “Аманат” фольклор ансамбле ҡотланы. Үҙешмәкәр йырсы, республика, төбәк-ара конкурстар лауреаты Райхана Хафизова бәхетле парҙарҙың ғүмер юлын алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа тиңләп, матур йыр бүләк итте.
Оҙаҡ йылдар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр был тантаналы сараны оло быуынға күрһәтелгән ихтирам билдәһе тип ҡабул итте.
Һүрәттә: Байрам тантанаһынан һуң иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.


Читайте нас: