ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Театрға саҡырыу хаты

Мәләүез ҡалаһында эшләп килгән башҡорт театрын беләлер күптәрегеҙ, ә шулай ҙа мин аҙ ғына уның үткәне менән таныштырып киткем килә. Ҡалала театр 1976 йылда ойошторола. Режиссер итеп сәнғәт институтын тамамлап үҙ районыбыҙға ҡайтҡан йәш белгес Сәлмән Яҡупов тәғәйенләнә.

Мәләүез ҡалаһында эшләп килгән башҡорт театрын беләлер күптәрегеҙ, ә шулай ҙа мин аҙ ғына уның үткәне менән таныштырып киткем килә. Ҡалала театр 1976 йылда ойошторола. Режиссер итеп сәнғәт институтын тамамлап үҙ районыбыҙға ҡайтҡан йәш белгес Сәлмән Яҡупов тәғәйенләнә. Тәүге тамаша С.Нәзиров әҫәре буйынса эшләнгән “Сәлимә” спектакле була. Бер йыл эшләү осоронда әллә нисә пьеса күрһәтеп өлгөргән коллективҡа 1979-сы йылда Халыҡ театры исемен бирәләр. Һәүәҫкәр артистар И.Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, Б.Сәйфуллиндың “Умырзая”, Ә.Атнабаевтың “Игеҙәктәр”спектаклдәрен һәм тиҫтәләгән башҡа әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп Себер яҡтарына гастролгә сығып йөрөгән мәлдәре лә була. Төрлө сәбәптәр менән театрҙың эше байтаҡ йылдарға туҡтап ҡала һәм 2006 йылда яңынан әүҙем эшләй башлай. Режиссер Илшат Әғзәмов етәкселегендә Ф. Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” спектакле бик уңышлы уҙа, тик етәксе эшенән китеп бара. С. Латиповтың “Туйҙы туҡтатмағыҙ” тип аталған комедияһын Әнүәр Шәйхетдинов сәхнәгә сығара. Әнүәр Шакир улы етәкселекте яңынан Сәлмән Яҡуповҡа тапшыра. Оҙаҡ йылдар Боһорман ауыл мәктәбендә уҡытҡан Сәлмән Миңлеғужа улы, хаҡлы ялға сыҡҡас, яңынан театрға режиссер итеп саҡырыла. Яҙыусы, драматург Сәлмән Яҡупов эшен үҙ пьесаһы менән башлап ебәрҙе. Үҙ әҫәре буйынса эшләнгән “Фәрештә” исемле спектаклде тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим итте. Афғанистанан ерендә юғалып ҡалған егеттең әсәһе улын утыҙ йыллап көтә һәм уның ҡайтыуын күрергә насип була уға. Әсә ролен башҡарған Фәрзәнә Иманғолова күптәрегеҙгә таныштыр, сөнки егерме йылдан ашыу “Райхан”ансамблендә йырлай ул, өҫтәүенә “Әбейҙәргә ни етмәй?” пьесаһында һаңғырау әбей Хәнәне иҫ китмәле итеп, юғары кимәлдә асып бирә алған актриса. Уның ”Фәрештә”ләге Зөлхизәһе тамашасыны илатты ла, көлдөрҙө лә, оҫталығы һоҡландырҙы ла, артисыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятты. Әле әҙерләнгән өр-яңы трагикомедияла һеҙ уны бөтөнләй икенсе образда күрерһегеҙ һәм тағы ла бер һәләтенә, маһирлығына һоҡланырһығыҙ әле тигән ниәттә ҡалабыҙ.
“Фәрештә” спектаклендә Фәрештә, Насир, суд приставы, фотограф ролдәрен бер үҙе уйнап күрһәтә алған, сәнғәткә мәктәп йылдарынан ғашиҡ, оҫта гармунсы, баянсы, әллә нисә йылдар мәктәптә эшләгән тарих уҡытыусыһы Әнүәр Шәйхетдиновһыҙ театрҙы күҙ алдына килтереп буламы икән? Ниндәй генә ролгә инмәһен, хатта тауышы ғына түгел, атлап йөрөшө, ҡарашы ла үҙгәреп китә бит уның һәм барыһын да шундай килештереп уйнай, гүйә ғүмере буйы сәхнәләрҙән төшмәгән артист, тиерһең. Шундай кешеләр барҙа театр йәшәйәсәк әле тип ғорурланып ҡуяһың. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә эшләп йөрөгән, өҫтәүенә умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Әнүәр Шакир улы “Дуҫлыҡ” театрының айырылғыһыҙ, ышаныслы дуҫы, юлдашы.
“Фәрештә” пьесаһының тағы ла бер персонажы Сабитты Альберт Фазлаев сәхнәләштерҙе. ВНЗМ-да токарь булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, репитицияларға йөрөп, үҙенсәлекле образ тыуҙырған Альберт та йәш сағында сәнғәткә ғашиҡ була һәм ошо шөғөлөн бөгөнгө көндә лә ташламай.
Ә инде ҡыҫҡа ғына, тик шундай сағыу персонаж Хәйбулланы уйнар өсөн байтаҡ эҙләнә режиссер һәм Күгәрсен районында Бесәнсе ауылында йәшәгән, элек бергә эшләгән ижадташ дуҫын саҡырып ала. Ул – мәҙәни–ағартыу училищеһын тамамлағас бөткән, заманында режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән Зәйнәғәбдинов Фәрғәт. Эшҡыуар әлеге ваҡытта, көн аша ауылдан килеп, үҙе башҡарасаҡ роль нескәлектәрен өйрәнә. Сәлмән Яҡупов менән күпме ауыл, ҡалаларҙа сәнғәт һөйөүселәрҙе шатландырып йөрөгән мәлдәрен һағынып иҫкә ала ул һәм тағы ла дәртлерәк уйнарға теләге ҙур.
Төп героиняның йәш сағын уйнаған Алина Хөснөтдинова ни бары туғыҙынсы синыфта ғына уҡып йөрөй. Оҫталығы, отҡорлоғы менән таң ҡалдырҙы ул. Тыумыштан актриса! Был шөғөлөн ташламаһын ине ҡыҙ, уны беҙ билдәле, бөйөк артист итеп күргебеҙ килә.
Ә инде үҙемә ҡалһа, мин әле был өлкәгә яңы аяҡ баҫам. Әгәр мин кешеләрҙе нисек тә шатландыра алам икән, был минең өсөн үҙе оло ҡаҙаныш.
Ҡалабыҙҙа сәнғәткә, театрға битараф булмағандар бар сағында сәхнә лә, ролдәр ҙә, театр ҙа булыр һәм тамашасыны ҡыуандырырбыҙ әле тигән өмөттә ҡалам. Театрға йөрөгөҙ. Үҙегеҙҙе лә һынап ҡарай алаһығыҙ, башҡорт театры һеҙҙе көтә. Барығыҙҙы ла театрҙар көнө менән ҡотлайым!
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Автор фотолары.
Читайте нас: