ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Шиғыр ул - тылсым

Шиғыр ул кешене һәр яҡлап тәрбиәләй: һағыштарҙы тарата, йәшәүгә көс бирә.

Шиғыр ул кешене һәр яҡлап тәрбиәләй: һағыштарҙы тарата, йәшәүгә көс бирә.
Әбет ауылы китапханаһында, мәҙәниәт йоро менән бергә шиғриәт көнөнә арналған осрашыу үтте. Сарала башланғыс мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусы Әлфиә Иҫәнова дәрестә биргән белемдәрен сағылдырҙы. Балалар төрлө һорауҙарға әүҙем яуап бирҙе. Яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ Ғәли Ильясов, Фәнил Күзбәков, Сәлмән Якупов, Мәрйәм Кусмаева, Хәлиҙә Шәйәхмәтова, Фәтҡулла Комиссаров, Ғәлим Дәүләтов шиғырҙары балаларға оҡшаны. Әбет ауылы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Миләүшә Бикҡужина яҡташтарыбыҙҙың балаларға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм улар яттан шиғырҙар һөйләп ярышты. Һәр бала бүләктәр алып ҡыуанды.
Зәлиә Арыҫланова, Әбет ауылы китапханасыһы.
Миләүшә Бикҡужина фотоһы.
Читайте нас: