ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
3 Апрель 2018, 11:43

Төклө аяғың менән!

Меңәрләгән асыштар араһында бер мөғжизәлеһе китаптыр. Ә китапхана рухи донья, китап һөйөүселәрҙе үҙенә тартып торған илаһи көс һалынған.

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда “Көнгәк” гәзите ойошторған (2013 йыл) Сулпан Иманғолов исемендәге премия лауреаты Гөлнур Семенованың “Биҙәкле бағана” исемле беренсе китабының исем туйы үтте. Төҫлө фотоһүрәттәр менән биҙәлгән китап өс өлөштән тора. Беренсеһендә иң бәләкәстәр өсөн әкиәт, хикәйәләр тупланған. Ауыҙ-тел ижадының тәү ҡарашҡа үтә ябай тойолған жанрына автор тәрән мәғәнә һалған. “Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла” тигәндәй, балаларға ғына түгел, ололарға ла ым-ишара сағыла уларҙа. Икенсе өлөш “Беҙ матбуғат битендә” тип атала, унда мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеларында ойошторолған саралар урын алған. Уларҙың күптәре менән уҡыусылар “Көнгәк” гәзите аша таныш. Һуңғыһында мәктәпкәсә йәштәге, уҡыусылар өсөн байрам сценарийҙары, асыҡ дәрес өлгөләре тупланған. “Биҙәкле бағана” атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр өсөн генә түгел, уҡыусы, тәрбиәсе, уҡытыусылар өсөн өҫтәл китабы буласағына шик юҡ.
Өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләүгә арнаған педагогтың күңел, тел байлығына һоҡланмай мөмкин түгел. Аралашҡанда уның тәрбиәсе икәнлеге шунда уҡ күҙгә салына. Тыныс тауышы, интонацияһы менән күңелде арбай Гөлнур апай. Әңгәмәне урынлы ғына әйтем-мәҡәлдәр менән биҙәп ебәрә.
Тыумышы менән икһеҙ-сикһеҙ тигеҙлектәр, күлдәр төбәге Апас ауылынан ул.
- Бала саҡта әкиәт яҙам да атай-әсәйемә уҡый инем,- тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Гөлнур Семенова үҙ сығышында.
Үҫә төшкәс, ҡәләме оҫтара, һөнәре лә төрлө сценарийҙар буйынса саралар ойоштороуҙы талап итә. Тап ошо йылдарҙа балалар иртәлектәре авторҙың үҙ сценарийҙары буйынса уҙғарыла башлай. Байтаҡ материал тупланһа ла, китап сығарырға йөрьәт итмәй - төҙәтә, үҙгәртә, һәм тағы билдәһеҙ ваҡытҡа күңел һандығына туплай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, ниһайәт, уҙған йылдың аҙағында беренсе китабы донъя күрә. “Биҙәкле бағана” ны сығарыуҙа Ырымбур ҡалаһы китап нәшриәтенән Фәймә һәм Салауат Аҡдәүләтовтарҙың ярҙамы ҙур булды, автор уларға ихлас рәхмәтен белдерә.
Авторҙың ҡәләмдәштәре, китап сығарыуҙа ярҙам күрһәткән ижадташ дуҫтары ҡатнашты сарала. Ҡаран мәҙәнәт йорто үҙешмәкәр артистары бай программаһы, шиғыр-йырҙар менән үрелеп барҙы.”Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе ағзалары ижади күстәнәстәренә ҡушып, китап туйының дауамы булыуын теләне. Зөфәр Толомғужин авторға үҙ нәсихәтен юлланы. “Аҡ ҡайындар” йыр ансамбле, Гөлнара Сураҡова, Дамира Байморатова, Азалия Семенова, Әлфиә Байназарова, Мәҙинә Ҡотлогилдина, Рәфҡәт Айытҡолов, Рәзилә Ҡотлогилдиналарҙың сығышы алҡыштарға күмелде. Өләсәй әкиәттәрен тыңлап үҫкән Денис Данилов та ҡәҙерле кешеһенә “Ғаилә” йырын бүләк итте.
Һүрәттә: Гөлнур Семенов яңы китабы менән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: