ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Апрель 2018, 16:02

Иртәгә - Халыҡ-ара бейеү көнө

Дуҫлыҡ, илһам һәм күңел байрамыБейеүҙең кешеләргә илһам һәм күңел йылыһы биргән, дәрт өҫтәгән, милләттәр дуҫлығын нығытҡан сәнғәт төрө икәнлеген Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивале тағы бер тапҡыр дәлилләне.

Дуҫлыҡ, илһам һәм күңел байрамы
Бейеүҙең кешеләргә илһам һәм күңел йылыһы биргән, дәрт өҫтәгән, милләттәр дуҫлығын нығытҡан сәнғәт төрө икәнлеген Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивале тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Конкурс Баҡалы, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм башҡа район-ҡалаларҙың иң яҡшы бейеү коллективтарын йыйҙы. Улар өс көн дауамында төрлө халыҡ, шулай уҡ заманса ҡуйылған бейеүҙәр менән сығыш яһаны.
Фестиваль Мәләүездә икенсе тапҡыр үткәрелә һәм район-ҡаланың мәҙәни тормошондағы иң сағыу сараларҙың береһе иҫәпләнә. Ул тыуған яҡҡа, мәҙәни мираҫҡа, тарихҡа һөйөүҙе сағылдыра, төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәни бәйләнешен нығыта. Был хаҡта фестивалдең гала-концертын асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәйфетдинов билдәләп үтте. Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев та сара республиканың мәҙәни мөхитендә әһәмиәтле урын алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Арҙаҡлы хореограф-балетмейстерҙың башҡорт сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла уның исеме бер ваҡытта ла халыҡ теленән төшмәй. Уның исемендәге призға фестиваль ойоштороу ҙа шуны иҫбатлай.
Республикабыҙҙа 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәте бар. Милли кейемдәре, көйө, йыры, бейеүҙәре менән айырылһа ла, уларҙың бөтәһен дә тыуған яҡҡа һөйөү, тыныслыҡ, татыулыҡ хисе берләштерә. Хореография коллективтары башҡарған төрлө халыҡ бейеүҙәрендә лә ошо тойғолар урғылды.
Гала-концерттан һуң бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Шулай итеп, фестивалдең төп призын - Гран-приҙы башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм таратыуға ҙур тырышлыҡ һалған Баймаҡ ҡалаһы “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Ғәлинур Хәмитов) яуланы. I дәрәжә дипломға Өфө ҡалаһының Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы исемен йөрөткән “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Фәнис Әбделмәнов) лайыҡ булды. II, III дәрәжә дипломдарын Дүртөйлө районы “Сөмбөл” халыҡ (Ринат Байморатов) һәм Күгәрсен районының “Гөрләүек” (Илгиз Ниғәмәтуллин) өлгөлө бейеү ансамблдәре алды.
Башҡортостанда Ғаилә йылы айҡанлы быйыл бейеүсе ғаиләләр араһында конкурс үткәрелде. Әйткәндәй, хореография ансамблдәрендә ирле-ҡатынлы һәм балалары менән сығыш яһағандар байтаҡ. Шулай итеп, “Бейеүсе ғаилә” номинацияһында Учалы ҡалаһынан Йомағужиндар һәм Йылайыр районынан Ҡашҡаровтар ғаиләләре сығышы иң яҡшы, тип табылды. II дәрәжә дипломды Күгәрсен районынан Ниғәмәтуллиндар һәм III дәрәжәләгеһен Дүртөйлөнән Байморатовтар ғаиләһе яуланы.
Быларҙан тыш, махсус дипломдар ҙа булдырылғайны. “Фестивалдең иң яҡшы солисы” номинацияһында Ишембайҙан “Бер ҡамыт” (Наил Саҙретдинов) муниципаль халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Гөлназ Ильясова билдәләнде.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең махсус призы Ғафури районы “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (Айгөл Буранова) тапшырылды. Мәләүез районы Хакимиәте башлығы призына Баҡалы районының халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Светлана Сәйетова) лайыҡ булды.
Бейеү коллективтары ла, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев етәкселегендәге жюри комиссияһы ла фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне, район Хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт белдерҙе.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Һүрәттә: Сәхнәлә - фестивалдең төп призын алған Баймаҡ ҡалаһы “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Автор фотоһы.
Читайте нас: