ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян күстәнәсе

Яңғыҙ әсәй өс ҡыҙ тәрбиәләгән. Һәр әсә кеүек балаларының татыу, изгелекле, берҙәм, эшһөйәр булыуын теләгән.

Яңғыҙ әсәй өс ҡыҙ тәрбиәләгән. Һәр әсә кеүек балаларының татыу, изгелекле, берҙәм, эшһөйәр булыуын теләгән. Береһенән-береһе уңған, аҡыллы тәүге икәүһенән бик ҡәнәғәт булған. Тик Кинйәбикәһе менән генә уға ауырға тура килгән. Ул апайҙарынан күберәк йоҡларға, тәмле ашарға яратыуы менән айырылған.
Көндәрҙән бер көндә әсәйҙәре ҡыҙҙарын ашатып, бесән сабырға урманға йыйынған. Тик кинйәкәйе торһа тормай, ашаһа ашамай, мыжып бер була, ти. Алдына ҡуйғанды ашамай, кәнфит таптыра башлаған. Ҡояш ҡыҙҙырғансы бер һыуһын бесән эшләргә уйлаған әсәй, тегеләй иткән, былай иткән дә, салғыһын алып аҡланға сығып киткән.
Иртәнге ашһыҙ ҡалған ҡыҙ ныҡ асыҡҡан, әсәһен дүрт күҙ менән көтә башлаған. Ҡайтыу менән ашарға таптыра башлаған. Әсәй иртән ҡыҙы ашамаған икмәкте төйөнсөктән сығарған да: “Бына ҡуян һиңә күстәнәс ебәрҙе, аша”, - тип көн ҡыҙыуында кибә башлаған киҫәкте һыуға манып ҡыҙына һонған. Был икмәк ҡыҙға бик тәмле тойолоған. Шунан алып, әсәһе урманға йыйынһа, һәр ваҡыт ҡуян күстәнәсе алып ҡайтыуын үтенгән. Тыңлаусандарға ғына “күстей” ебәреүенә ышанған ҡыҙ тиҙҙән апайҙары һымаҡ әҙәпле, тәүфиҡлыға әйләнгән.
Гөлнур Семенова.
Читайте нас: