Конгэк
-6 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
7 Май 2018, 11:00
“Аманат” тамашасыһын йыйҙы
Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре 2017-2018 йылғы ижади миҙгелде ябыу айҡанлы отчет концерттар бирә башланы.
Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре 2017-2018 йылғы ижади миҙгелде ябыу айҡанлы отчет концерттар бирә башланы.
Тәүгеләрҙән булып Гөлсинә Ҡаразбаева етәкселегендәге “Аманат” фольклор вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны. Баян, гармун, ҡумыҙ, һыбыҙғы, мандолинала уйнаған, халыҡ йырҙарын, мөнәжәттәр башҡарған һәм бейеүселәре булған фольклор коллективының үҙ тамашасыһы бар. Һигеҙ йыл элек барлыҡҡа килгән ансамблдең репертуары йылдан-йыл байый. Халыҡ йырҙарынан тыш, унда үҙешмәкәр композитор, шағир Фәнил Яманаевтың йырҙары ла ҙур ғына урын алып тора. Бибича Хафизова, Зөлфиә Ибраҡова, Салауат Сәйфуллиндар, шулай уҡ республика конкурстары лауреаттары Райхана Хафизова, Ләйсән Вәлиевалар башҡарыуындағы йырҙар “Саптар” бейеү ансамбле сығышы менән үрелеп барҙы һәм сағыу тамашаға әйләнде. Коллектив башҡорт йырын таратыу, пропагандалау менән бергә халҡыбыҙ йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә лә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Концертта “Йома сәйе” йолауи байрамын күрһәтеүҙәре лә шуны иҫбатланы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит