ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йәйғор булып балҡынылар

“Күңелле йәйғор” район конкурсы быйыл да мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында һәләтлеләр күп булыуын иҫбатланы.

“Күңелле йәйғор” район конкурсы быйыл да мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында һәләтлеләр күп булыуын иҫбатланы.

Кескәйҙәрҙең сағыу сығыштарында тәрбиәселәрҙең ролен дә баһалап бөткөһөҙ. Тап улар баланың һәләтен ваҡытында асыҡлап, артабан үҫтерергә, уларҙы сәхнәгә сығырға ярҙам итә. Был хаҡта гала-концертта район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов та билдәләп үтте.
Һайлап алыу туры үткәндә Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы өс көн буйы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Унда 300-ҙән ашыу бала йыр, бейеү һәм нәфис һүҙ оҫталығы буйынса ярышты. Сығыштары менән кескәйҙәр Ватанын данланы, атай-әсәһен, туған телен яратыуын, улар менән ғорурланыуын белдерҙе.
Шулай итеп, “Вокал” номинацияһында 7, 8, 21, 24, 25-се һәм Ергән ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары иң сағыу сығыштар тәҡдим итте. Хореография буйынса 7, 8, 9, 10, 16, 21, 24-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ентекле әҙерләнгәйне. Шиғыр һөйләү конкурсында 2, 8, 9, 12, 21, 23, 24 һәм Ергәндең “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре артислыҡ оҫталығы, телмәр төҙөклөгө менән һөйөндөрҙө.
Гала-концертта бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Йыр башҡарыуҙа төп призды 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хәнә Шаниязова яулаһа, “Нәфис һүҙ” номинацияһында 24-се баҡсанан Валерия Тимофеева Гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ I, II, III дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнеүселәр күп булды. Ғөмүмән, был көндө бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Балаларҙа матурлыҡҡа, ижадҡа, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән тәрбиәселәргә, музыка етәкселәренә, атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Һүрәттә: 16-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы “Миләш” бейеү коллективы I дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: