ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Был ҡарашта күпме ихтыяр һәм сыҙам бар

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала “Еңеү һәр беребеҙҙең йөрәгендә” тигән илһөйәрлек сәғәте уҙҙы. Сараға Афған һуғышы ветераны Морат Ишбаев, хәрби флот ветераны, рәссам, композитор Фәнил Яманаев, Мәләүез технологиялар техникумы студенттары, ижад ҡомары менән янған мәләүездәр саҡырылды.

Сараны асып, Рәзилә Ҡотлогилдина йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне һәм һүҙҙе Морат Ишбаевҡа бирҙе.
1979 йылда армия сафына алынған һалдат афған һуғышында алған кисерештәре менән уртаҡлашты. “Үҫеп килгән быуынға был һуғыш, уның эҙемтәләре тураһында һөйләргә кәрәк. Бөгөн үҙҙәрен армияла хеҙмәт итергә әҙерләгәндәргә ошондай осрашыуҙар файҙалы булыр, тип ышанам”, - тине ул.
Фәнил Яманаев - һуғыштан һуң тыуған быуын вәкиле. Ғүмеренең күп йылдарын һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүгә арнаған шәхес бөгөн йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Осрашыуға ул йырлы күстәнәс менән килгән. Йәштәргә тәрбиә һәм илһөйәрлектең ысын өлгөһө был шәхестәр ихтыяр көсө һәм түҙемлек, тырышлыҡ тураһында һөйләне.
Сараны китапхана белгесе Нәзимә Исхаҡова әҙерләгән ҡаһарманлыҡ, Тыуған ил, батырлыҡ темаларын берләштергән видеоролик биҙәне.
Китапханала уҙған сараларға яңы шиғри сәләмдәр бүләк итеүсе Наилә Әйүпова шиғырҙары, Фәүзиә Йомағолованың поэманан өҙөгө йыйылыусылар күңелендә еңеүсе быуындың ҡаһарманлығы тураһында тәрән тәҫьорат ҡалдырҙы. Уҡыусылар был саранан, һис шикһеҙ, фәһем алғандыр. Тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн көрәшкән атай-олатайҙарҙың батырлығы, нисә йыл үтһә лә, онотолмай, тереләр һаҡлаған хәтирә, фотоһүрәттәр аша тапшырыла килә.

Читайте нас: