Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ташҡа һалған эҙҙәр юйылмай

Ҡотош мәҙәниәт йортонда иктапхана менән берлектә яҡташыбыҙ шағирә Миңзиә Шаһманованың “Ташҡа һалған эҙҙәр юйылмай” исемле китабының исем туйы үтте. Залда шағирәнең фотоларынан стенд, китап, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк”, “Йәш көстәр” журналдарында баҫтырылған төрлө йылдағы ижадынан күргәҙмә төҙөлдө.

Ҡотош мәҙәниәт йортонда иктапхана менән берлектә яҡташыбыҙ шағирә Миңзиә Шаһманованың “Ташҡа һалған эҙҙәр юйылмай” исемле китабының исем туйы үтте. Залда шағирәнең фотоларынан стенд, китап, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк”, “Йәш көстәр” журналдарында баҫтырылған төрлө йылдағы ижадынан күргәҙмә төҙөлдө.
Сараны асып, әҙибәнең “Бараһы ла миңә бараһы” шиғырын китапханасы Лена Фазләхмәтова һәм Зөлфиә Алтаева уҡып ишеттерҙе. Тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙылар. Миңзиә Шаһманова (Байсарова) 1938 йылдың 24 ноябрендә Ҡотош ауылының колхозсы Сәғиҙә һәм Сәфәрғәли Байсаровалар ғаиләһендә һигеҙ бала араһында тыуа, икенсе бала була. Ишле ғаиләлә атай-әсәһенә ярҙамлашып, бәләкәй туғандарын тәрбиәләшеп, игелекле, алсаҡ бала булып үҫә. Бала саҡтан матурлыҡты нескә тойған ижадҡа ынтылған ҡыҙҙың шағирә булыуы ул саҡта уҡ тойомлана.
Тормош иптәше Раһип Шаһманов, балалары, туғандары уның тураһында йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Китап сығарыуҙа ярҙам иткән ҡаланың балалар китапханаһынан Нәзимә Исхаҡова, Рәзилә Ҡотлогилдина, Күмертау ҡалаһынан килгән Зилә Насирова ла яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 62 йәшендә шағирә яҡты донъянан китә. Уның ижадын ағаһы Сәхипгәрәй Байсаров һәм ире Раһип Шаһманов иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай 2012 йылда “Йөрәгемдән аҡҡан нурым” исемле, икенсеһен быйыл “Ташҡа һалған эҙҙәр юғалмай” китабын сығара.
Сығыштар араһында Миңлехан Ибәтуллин, Мөкәрәмә Ғәлләмова, Светлана Кәримова, Тимербикә Шәрипова, Салауат Иҫәнғолов, “Әхирәттәр” ансамбле коллективы йырҙары яңғыраны. Шулай уҡ “Бөрйән”, “Бишбармаҡ” бейеүен шағирәнең туғандары Илүзә Шәрипова, Смаҡ ауылынан Венера һәм Нурзилә Байгилдиналар башҡарҙы, ҡурайҙа Сәит Күзәшев һәм баянда Сәхипгәрәй Байсаров дәртле моңдар яңғыратты. Сценарий оҫтаһы Әнисә Фазләхмәтова төҙөгән инценировка әҙибәнең ижадынан “Сөгөлдөр баҫыуында”, элекке заманды һүрәтләгән “Киске уйын” тамаша күңелендә йылы хистәр уятты.
Миңзиә Шаһманованың туғандары йылы һүҙҙәрен еткереп ойоштороусыларға бүләктәр һәм Ҡотош китапханаһына китабын бүләк итте.
Лена Фазләхмәтова.
Читайте нас: