ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Фәһемле сара

24 майҙа бөтә славян донъяһы Славян яҙыуы көнөн үткәрҙе. Был дата мәғрифәтселәр Кирилл һәм Мефодий көнө булараҡ та билдәле. Мәғлүм булыуынса, 9-сы быуатта ағалы-ҡустылы ике уҡытыусы славян әлифбаһын булдырыуға көс һала. Шунан алып яҙыу ҙур үҫеш кисерә. Һөҙөмтәлә китаптар тарала, китапханалар барлыҡҡа килә.

24 майҙа бөтә славян донъяһы Славян яҙыуы көнөн үткәрҙе.
Был дата мәғрифәтселәр Кирилл һәм Мефодий көнө булараҡ та билдәле. Мәғлүм булыуынса, 9-сы быуатта ағалы-ҡустылы ике уҡытыусы славян әлифбаһын булдырыуға көс һала. Шунан алып яҙыу ҙур үҫеш кисерә. Һөҙөмтәлә китаптар тарала, китапханалар барлыҡҡа килә.
Тәүге китапханаға ла ошо осорҙа нигеҙ һалына. Владимир Красно Солнышко тәхеткә килгәс, эргә-тирәһендәгеләрен уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Артабан шулай уҡ Ярослав Мудрый, Иван Грозный, патриарх Никондың һәм монастырь китапханалары булыуы билдәле. Славян яҙыуы һәм Китапханалар көндәре бер-береһенә яҡын булыуы юҡҡа түгел.
4-се китапханала үткән Белгес көнөндә һүҙ шул хаҡта барҙы. Сара сиктәрендә шулай уҡ 30 йыл педагогия стажы булған балалар яҙыусыһы Гөлнур Семенова менән осрашыу ойошторолдо. Китап уҡыусылары уның тормошо һәм ижады тураһында бай мәғлүмәткә эйә булды.
Гөлнур Мәрхәметдин ҡыҙы әҙәбиәткә бала саҡтан ғашиҡ. Төрлө йылдарҙа шиғырҙар яҙа, тормош тәжрибәһен туплағас, балалар өсөн әкиәттәр, хикәйәләр ижад итә. 2013 йылда Сулпан Иманғолов исемендәге премия лауреаты була. Урындағы һәм республика баҫмаларында йыш сығыш яһай. Ғаиләһе менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ. Тормош иптәше Федор Михайлович менән өс балаға лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Яҙыусы үҙенең яңы сыҡҡан “Семәрле бағана” исемле китабы тураһында һөйләне.
“Ғаилә усағы” клубы ағзалары китаптың тәрбиәүи әһәмиәте тураһында фекер алышты. Оҙаҡ йылдар китапханала эшләгән Галина Черепанова В.Короленконың “Дети подземелья” әҫәре ярҙамында нисек ейәнсәрен ашауға һайлансыҡлығынан арындырыуы хаҡында сығыш яһаны. Был көндә китап ярҙамға килгән тағы бик күп тарих яңғыраны.
Читайте нас: