ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдарыңдан һөйөн, Альбина!

Ҡотош мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор төркөмөнә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен күргәнегеҙ бармы?

Ҡотош мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор төркөмөнә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен күргәнегеҙ бармы? Бына шул ҡупшы сәхнә кейемдәрен Альбина Фазләхмәтова тегеп кейҙерҙе.
Альбина Юлай ҡыҙы ҡул эштәре менән 6 йәштән шөғөлләнә. Ойоҡбаш бәйләүҙән башлай ул. Ул Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылынан 2011 йылда килен булып төшә. Күп тә үтмәй үҙенең оҫталығы менән бөтәһен дә хайран ҡалдыра. Ҡулынан ниндәй генә эш килмәй уның. Энә, ырғаҡ менән бәйләй, селтәр, биҙәүестәр яһай, милли күлдәктәр тегә. Сигеүгә лә маһир, топияриялар, йәғни декоратив ағастар эшләүгә оҫта, шпагаттан йыуғыстар бәйләй.
Бер-бер артлы тыуған ике йәш балаһын тәрбиәләй, баҡса сәсеп, мул уңыш ала, кәртәһе тулы - ҡош-ҡорт. Тормош иптәше Салауат айлап сит тарафтарҙа эшләй. Шулай булғас, ҡул эшенә нисек өлгөрә икән, тип аптырайбыҙ.
Альбина Фазләхмәтованы йыш ҡына ауыл китапханаһында оҫталыҡ дәрестәрендә күрергә мөмкин. Ул күптәрҙе йыуғыс бәйләргә, таҫмаларҙан сәскә, һаҡал (селтәр) яһарға өйрәтте. Был шөғөлдәргә Өфөгә барып уҡып ҡайтҡан. Уның ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен төрлө кимәлдә ойошторолған күргәҙмәләрҙә күрергә була.
Лена ФАЗЛӘХМӘТОВА.
Һүрәттә: Альбина Фазләхмәтова үҙенең ҡул эштәре менән күргәҙмәлә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: