Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Июнь 2018, 11:41
Ижади ҡомарың оҙаҡ йылдарға етһен
Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан Һәргәй хозур тәбиғәте, ҡабатланмаҫ матурлығы менән генә билдәле түгел.
Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан Һәргәй хозур тәбиғәте, ҡабатланмаҫ матурлығы менән генә билдәле түгел. Ауыл шулай уҡ уңған кешеләре, татыу ғаиләләре, оҫталары, оҫтабикәләре менән дә дан тота.
Зәлифә Арыҫланова - шундайҙарҙың береһе. Ул 1992 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡайҙан беҙҙең ауылға килен булып төштө һәм үҙенең бөтмөрлөгө, өлгөрлөгө менән абруй яуланы. Зәлифә Риф ҡыҙы – биш бала әсәһе, уның күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй. Бына ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә арнай.
Һуңғы йылдарҙа ул матур милли күлдәктәр тегеү менән мауыға. Өлкәндәр, йәштәр, кескәйҙәр һәр байрам һайын уның теккән кейемдәрендә Һәргәй ауылы клубында сығыш яһай. Уңған ауылдашыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Тағы ла матур-матур күлдәктәр тегеп ҡыуандырып тор!
Зинфира АҠКӨСӨКОВА.
Һүрәттә: Зәлифә Арыҫланова теккән күлдәктәрҙә йыш сығыш яһайбыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит