ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йыр һәм бейеү өмәһе

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте.
“Йыр һәм бейеү өмәһе” тип аталған был тамашаға йыр-моң һөйөүселәр йыйылды. Сағыу концерт программаһы бай йөкмәткеһе менән дә халыҡтфы әсир итте.
«Райхан» ансамбле – ҡала мәҙәниәт һарайының иң алдынғы ижади коллективтарының береһе, сәхнә йондҙо булып балҡыуына инде 20 йылдан ашты. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнисә Яҡупова етәксеһе булып ҡала.
Сарала «Картуф», «Дубыр - дубай», «Аҡ бүрек», «Уҫә гөлләрем», «Жомга» татар халыҡ йырҙары йырланды. «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле башҡорт, казак, рус бейеүҙәрен башҡарыуы айырыуса дәрт һәм сағыулыҡ өҫтәне. Шулай уҡ Ривал Мөхәмәтшин, Нәркәс Кәмәлиева, Ләйсә Вәлиева, Әлиә Кәримова, Лиана Кәмәлиеваларҙың яңғыҙ сығыштары ла ҡыуандырҙы. Концерт аҙағында «Райхан» һәм «Йәйғор»ҙоң «Гармун» йыры менән тамамланды. Тамашасы һәр сығышты йылы ҡабул итте һәм алҡыштарға күмде.
Һүрәттә: “Райхан” татар халыҡ ансамбле.
Автор фотоһы.
Читайте нас: