ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

“Мөхәмәтша Буранғолов тере, апай”

Элекке һабаҡташтар осрашыуы күңелле дауам итте. Һәр кем институттан һуң нисек йәшәүе, яуланған уңыштары, ғаилә хәле тураһында һөйләй. Сират Рәшиҙәгә етте.

Элекке һабаҡташтар осрашыуы күңелле дауам итте. Һәр кем институттан һуң нисек йәшәүе, яуланған уңыштары, ғаилә хәле тураһында һөйләй. Сират Рәшиҙәгә етте. Уҡыған саҡта “әртис” ҡушаматы алған моңло тауышлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ, хәҙер инде яуаплы вазифа биләгән ханым, һаман да йәшлек шуҡлығын, дәртен юғалтмаған. Әле лә беҙ унан ҡыҙыҡ хәбәр көттөк. Тап шулай килеп сыҡты ла.
- Белеүегеҙсә, институт тамамлағас, мине Ырымбур өлкәһенә ебәрҙеләр. Бара-бара күҙҙәрем тондо. Урман-тау ҡыҙының дала еренә нисек өйрәнеп китеүен һөйләп тормайым инде. Нисек тә был яҡтан тайыу тураһында уйлайым. Дәрестәр бирә башланым. Әҙәбиәттән бер дәрес Мөхәмәтша Буранғолов ижадына арналғайны. Хәтерегеҙҙәлер, беҙ уҡыған йылдарҙа был күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, драматург тураһында күп һөйләнмәне. Ваҡытында эҙәрлекләүҙәргә дусар булған әҙип әле һаман күләгәлә ҡала ине. Шулай, уның хаҡында белгәнемде барлап, дәрескә әҙерләндем. Ошо яҡтарҙа тыуғанын да белә инем. Әҙип тураһында һөйләгәс, 1966 йылда вафат булғанын әйттем. Шул саҡ арттараҡ ултырған бер уҡыусым ҡысҡырып ебәрҙе.
- Апай, Мөхәмәтша Буранғолов тере лә инде.
Аяҡтарым бәлтерәп китте. Ни һөйләй был малай? Ул арала икенсеһе йөпләне:
- Эйе, тере, иртән мәктәпкә килгәндә генә күрҙем.
Аптырап ҡалдым. Белеүемсә, ул үлгән булырға тейеш. Яңылыштыммы икән ни? Ҡаушап, бер конспектыма, бер балаларға ҡарайым. Улар, әһә, апай беҙ белгәнде лә белмәй, тигәндәй, көлөмһөрәп ултыра. Ҡаптым ҡармаҡҡа! Ни ҡылырға, был сетерекле хәлдән нисек сығырға? Белгәндәремде тағы ла ҡабатлап, был фактты аныҡларға вәғәҙә итеп, дәрес тамамланыуын саҡ көтөп алдым.
Уҡытыусылар бүлмәһенә нисек барып етеүемде хәтерләмәйем. Хәлемде директор урынбаҫары һиҙҙе, ахыры.
- Дәрес нисек үтте, балалар тыңлаймы?- тип һораны.
- Тыңлай, - тинем, телемде саҡ әйләндереп, - тик сетерекле хәл килеп сыҡты. Мөхәмәтша Буранғолов тере икән, ә мин яңылыш үлгән тип әйттем...
Әңгәмәсем мут ҡына йылмайып ҡарап торҙо ла, ҡапыл ҡарашын тәҙрәгә күсереп:
- Тағы ла оҙағыраҡ йәшәр әле ул. Ана, үҙе китеп бара.
- Нисек... китеп бара? Бында килеп еткәнме?
- Ғүмере буйы ошонда йәшәй, бер ҡайҙа ла китмәне.
Мин албырғап, тәҙрәгә ташландым. Күрәм: мәктәп эргәһенән алпан-толпан баҫып, үҙем кисә генә магазинда күргән ир китеп бара. Иҫке генә эш кейемендә, бер ҙә яҙыусыға оҡшамаған. Етмәһә, Буранғолов оло йәштә булырға тейеш. Яҡшы хәтерләйем - 1888 йылғы. Тамам башым буталды. Әллә минән көлөргә уйлайҙармы? Йәш уҡытыусы, тигәс тә...
Икеле алған кеүек башымды эйеп торғанды күреп, өлкән уҡытыусы:
- Яҙыусының туғаны ул, исемен шулай ҡушҡандар. Ә балалар аңлап етмәгәндер ҡайһы Буранғолов тураһында һөйләүеңде. Бәлки, шаяртырға уйлағандарҙыр. Былай беҙҙең балалар тәртипле генә ул.
Бына шулай үтте тәүге дәрестәремдең береһе. Оноторлоҡ түгел. Ә инде ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, үҙем дә Буранғолова булып киттем...
Эйе, йыш ҡына тәүге дәрес, һабаҡ, осрашыуҙар күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡалыусан.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Читайте нас: