ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы уҙа

Бөрйән районының «Ағиҙел» һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 28 июндә «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы уҙа.

Бөрйән районының «Ағиҙел» һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 28 июндә «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы уҙа. Конкурс ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын уҙғарылып килә.
Мәғариф министрлығында аңлатыуҙарынса, 2018 йылда конкурс 20-се тапҡыр уҙғарыла. Ошо йылдарҙа конкурста 1500-ҙән ашыу бала һәм 532 фольклор коллективы ҡатнашты.
Конкурстың республика этабы 2 турҙа үтә. Унда ҡатнашыусылар беренсе турҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй, ә икенсе турҙа фольклор коллективтар эпос йәки башҡа эпик хикәйәт өҙөгөн сәхнәләштерә.
Конкурстың республика этабында Башҡортостандағы мунициль район һәм ҡала округтары дөйөм белем биреү ойошмаларынан 56 уҡыусы һәм 25 фольклор коллективы сығыш яһай.
Читайте нас: