ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бүләк тауы битендә

Ғәли Ильясов 1938 йылдың ноябрь айында Мәләүез районы Әбет ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән үҙ йүнен үҙе күреп үҫә. Нөгөштә балыҡ ҡармаҡлау, урманда емеш-еләк йыйыу, һәр эштә әсәһенә ярҙам итеү - малайҙың көндәлек мәшәҡәттәре.

Ғәли Ильясов 1938 йылдың ноябрь айында Мәләүез районы Әбет ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән үҙ йүнен үҙе күреп үҫә. Нөгөштә балыҡ ҡармаҡлау, урманда емеш-еләк йыйыу, һәр эштә әсәһенә ярҙам итеү - малайҙың көндәлек мәшәҡәттәре.

Ул, Йомағужа мәктәбен тамамлағас, Күмертауҙа училищела белем ала. Йәш ваҡыттан спорт менән дуҫ егеткә ҡалала бик күп мөмкинселектәр асыла, ҡаҙаныштарға өлгәшә.

Ғәли Ильясовтың ижад һуҡмағы әллә ни оҙон түгел. Ул кесе йәштән шиғырҙар яҙа. Артабан журналист һөнәре буйынса эшләгәндә тыуған яғына, тәбиғәтәнә, халҡына һәм туғандарына һоҡланып ижад иткән, илһам урғылған, онотолғоһоҙ йыр булырлыҡ әҫәрҙәр тыуҙырған.
Хикәйә

Бүләк тауы битендә

Эңер төшөп килә. Мин Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһындағы Бүләк тауы һыртынан йүгерәм. Юл саңы аяҡты йылыта: бармаҡ араларынан борхолдап, күпереп килеп сыға ла, көн оҙонона ҡояштан йыйған йылыһын миңә бирә. Ике яҡтағы үләндәрҙә сиңерткәләр сырылдай. Әйтерһең улар ҡояш байымаҫ борон һөйләп бөтөрә алмаған хәбәрҙәрен миңә еткерергә ашығалар. Миңә ни, улар ҡайғыһымы... Эх, ҡунаҡта күңелле булды ла ул, сәй эсеп ултырып һуңлабыраҡ киткәнмен...

Артта ҡалған Ағиҙел буйҙары ҡара-күк пәрҙәләргә ҡапланды. Алдымдағы Нөгөш йылғаһы ҡояштың һүрән нурҙарында һыуынған табалай ялтырай. Ауылға өс саҡрымдай ара йүгерәһе бар әле. Юл буйлап түбән төшә башланым. Ҡапыл уң яҡтағы яңғыҙ ҡарама эргәһендә ир тауышы ишетелде:

- ...а-а-ар! Һинме? - тип яңғыраны уның тауышы ҡолағымда.

- Мин, - тип яуап ҡайтарып та өлгөрмәнем, һулдағы сауҡалыҡтан икенсе тауыш ишетелде:

- Ми-и-ин, ..а-а-ар!

Кем икән тип әйләнеп ҡараһам, берәү ҙә юҡ! Был тауыштар күңелдә шик тыуҙырҙы. Берәй ҡараҡ маҙарҙыр тинем дә, тиҙ генә эргәләге ағас төпһәһе янына боҫтом. Ҡуйы үлән башымдан ҡапланы. Үлән араһынан тирә яҡҡа күҙ һалам.

Бына ҡайынлыҡтан аҡбуҙ атҡа атланған, яҡшы кейемле бер ир кеше килеп сыҡты. Ас яңаҡлы, текә маңлайлы, киң яуырынлы. Нәҙек буйлы мыйығы, ике ҡарлуғас ҡанатылай, эйәгенә тиклем төшкән. Күк сәкмәненең остары елп-елп итеп килә.

Уның ҡаршыһына ҡара атҡа атланған тағы бер һыбайлы килеп сыҡты. Аты бышҡыра-бышҡыра уйнаҡлап килә. Хатта көмөш өҙәнгеләре зыңҡылдап ҡуя.

Был икәү юл уртаһында осраштылар ҙа, аттарынан төшмәйенсә, бер береһе менән иҫәнләштеләр. Ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән ни тураһындалыр бер аҙ һөйләшеп алдылар. Мин уларҙың һүҙҙәрен урыны - урыны менән генә ишетеп ҡалам.
- Һуғыш бөттө, - тине береһе. - Иҙел буйына ирҙәр ҡайта башланы. Тик бик әҙ. Халыҡҡа ҡыйын...

- Нөгөш буйына ла күптәр ҡайтмаясаҡ. Һәр ауылға ике-өс һалдат әйләнеп ҡайтһа, яҡшы.

- Ил нығынып алғансы, күп йылдар үтер инде.

- Эйе, тиҙ булмаҫ...

Төн ҡараһы ҡуйыра төштө. Аттар баштарын сайҡай-сайҡай тора бирҙеләр. Ике батыр һүҙҙәрен дауам итте:

- Шулай инде, Иҙел ағай. Хәлдән килгәнсә ярҙам итербеҙ кешеләргә.

- Шулай... Йәтим бисәләрҙе, бала-сағаны бигерәк тә һаҡларға кәрәк. Рухи аҙыҡтан, күңел көрлөгенән, өмөттән ҡалдырмайыҡ, Нөгөш ҡустым.

Ҡараңғы төштө. Ҡапыл аҡ-буҙ атлы Иҙел батыр һорап ҡуйҙы:

- Теге малай ҡайҙа булды?

- Ана бит, төпһә төбөндә ята, - тип ымланы Нөгөш батыр.

Мин ергә һеңерҙәй булдым.

- Теге, яуҙа ҡалған (минең атайҙың исемен әйтте) малайымы?

- Шул бала.

- Ярай! Баланы ҡурҡытып ҡуймайыҡ. Юл кешеһе юлда булһын.

Батырҙар хушлаштылар ҙа, «һә» тигәнсе күҙ алдынан юғалдылар. Аттарының тояҡ тауыштары ғына ҡолаҡта шаңдау булып ҡалды...

Уянғанда, Бүләк тауы битен нурға мансып, ҡояш ҡалҡып килә ине. Өшөттөр-р-р-гән... Тиҙерәк юлға сығырға кәрәк! Ә шулай ҙа атлылар торған урынға күҙ һалмайынса булмай. Һы! Бер ниндәй ҙә эҙҙәр күренмәй! Туҙандарҙы тибеп-тибеп эҙләп ҡараным. Юҡ... Бик ғәжәп... Мин бит уларҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп, үҙ ҡолағым менән ишеттем! Әллә төш булды мы? Мөғжизә?

Ә шулай ҙа, төндә күргән Иҙел, Нөгөш батырҙарҙың һүҙҙәре мине дәртләндерҙе, өмөт өҫтәне. Бәлки, минең атайым да һуғыштан ҡайтып төшөр? Мин ҡыуанып, алыҫта, аҫта ятҡан ауыл яғына йүгереп төшөп киттем...

Ғәли ИЛЬЯСОВ.
Иғтибар: конкурс!

Яҡташыбыҙ Ғәли Ильясов тураһында кем белә? Ошо һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүсегә уның ҡыҙы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова - әҙерләгән бүләк көтә. Һорауҙарға яуап эҙләгеҙ, конкурста ҡатнашығыҙ!

1. Ғәли ғаиләлә нисәнсе бала булып тыуа?

2. Атаһы Йәләлетдин вафат булғанда Ғәлигә нисә йәш була?

3. Училищенан һуң ҡайҙа эшләй башлай?

4. Ниндәй исемле китаптары донъя күрә?

5. Шиғырҙарын беләһегеҙме?Атап үтегеҙ.

6. Ғәли Ильясов эшләгән редакциялар.

Яуаптарҙы 89373132182 (ватсапҡа) ебәрегеҙ.





Читайте нас: