Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш балалары беҙ атайһыҙ

Миңнур Балапанов 78 йәшен тултырһа ла, теремек, дәртле, ижади кеше. Пианино, гармун, баянда моңло көйҙәрен уйнай, күңеле тулышҡанда ҡәләм тибрәтә.

Миңнур ағай районыбыҙҙың Ҡалмаш утарында Миңлеғәли менән Миңлейыһан Балапановтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Йәштәрҙең бәхетле тормошон Бөйөк Ватан һуғышы юҡҡа сығара. Фронтҡа киткән атаһы яуҙа һәләк була. Сабый Миңнур, апалары менән йәтим ҡала. Замандаштары күргән әсе яҙмышты улар ҙа үҙ иңендә кисерә. Ғәмһеҙ бала саҡ аслыҡ, яланғаслыҡ, ҡайғы-хәсрәт менән үтә.
Миңнур ағай итәғәтле, ипле, тәүфиҡлы егет булып буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, “Урал” колхозының «Һәргәй» бүлексәһендә тир түгә. Мәрйәмен осратып матур ғаилә усағын ҡабыҙалар һәм оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәндәр. Үҙҙәре лә дүрт балаға ғүмер биреп, оло юлға баҫтырған. Бөгөн Миңнур Миңлеғәли улы уларҙың изгелектәрен күреп, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләренә ҡыуанып ғүмер кисерә.
- Ғүмер үткән һайын, элекке хәтирәләргә сумам. Күпте күрҙек, күпте кисерҙек. Киләсәктә балаларыбыҙ имен булһын, - ти Миңнур Балапанов.
Хис-тойғоһон аҡ ҡағыҙға төшөргән ағайҙың тәүге шиғырын гәзит уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ.
Иҫтә, һаман да иҫтә
Ярты ғүмерем һиндә үтте, Һәргәй,
Ҡалмаш утарында тыуһам да.
Һиндә үткән һәр көн иҫтә, Һәргәй,
Һигеҙенсе унды ҡыуһам да.
Киндер күлдәк, киндер ыштан кейеп,
Ялан аяҡ йүгереп үҫтек беҙ.
Буй еткергәс, кис гармунда уйнап,
Урамдарың буйлап үттек беҙ.
Һуғыш балалары беҙ атайһыҙ,
Яу ҡырында ҡалды атайҙар.
Ирҙәр күтәрмәҫлек тормош йөгөн
Үҙ иңенә алды әсәй, апайҙар.
Онотмайым, Ташлытау артынан
Ҡояш ҡалҡып, таңдар атыуын.
Әсәйҙәрҙең үҙ һыйырын егеп,
Тырматҡанын колхоз баҫыуын.
Иҫтә, әсәйҙәрҙең ураҡ менән
Бесәрлелә иген урғаны.
Бер-ике ус бойҙай алып ҡайтып,
Шытырлатып ҡурмас ҡурғаны.
Беҙҙең бала саҡта тәмле кәнфит,
Шоколадтар, сникерс булманы.
Тештәр нигә үтә, шулар - ризыҡ,
Ашамаған үлән ҡалманы.
Кока-кола, лимонады нимә?
Айран эсеп һыуһын ҡандырҙыҡ.
Ҡышҡы кистә дәрес ҡарағанда
Һуҡыр шәмдәр генә яндырҙыҡ.
Һиндә тыумаһам да, һиндә үҫтем, Һәргәй,
Һиндә үтте йәшлек йылдарым.
Һиндә ҡалды тәүге мөхәббәтем,
Мин уйнаған баян моңдары.
Миңнур БАЛАПАНОВ.
Читайте нас: