ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Сентябрь 2018, 16:27

Көтөүсе хәле-2

(Уйынлы-ысынлы)

Бына тағы сыҡтым әле
Ауыл көтөүен көтөргә.
Бик теләгем булмаһа ла,
Сират етте көтөүгә.
Иртә таңдан сығып киттем
Тәүге көндөң берендә.
Күкрәк киреп йөрөй бирәм
Тыуған яҡтың ерендә.
Мал-тыуарҙы ҡыуып киттем
Тау битләүе яғына.
Бара торғас, ҡаршы төштөм
Мал көтөүенең алдына.
Шуны ғына көткән кеүек
Беҙҙе ҡаршы алдылар.
Серәкәй, күгәүен-бөжәктәре
Беҙҙе «тәмләп» алдылар.
Көндөң аяҙ булғанына
Ҡыуана бөжәк-себен.
Ҡайһы ваҡыт бит-ҡулдарҙы
Урап ала ләпәктәр.
Эҫе көндәр торған саҡта,
Ағас ышығына ҡасаһың.
Мал таралһа, бораһың да
Шул урынға сабаһың.
Шул саҡтарҙа иҫкә төшә
Аллам! Һаҡла һин мине.
Бер туйҙырып ямғыр яуһын
Әсе еле лә иҫһен.
Был үтенес Аллаһ тәғәләнең
”Амин”, тигәненә тура килде.
Икенсе көн таң алдынан
Ҡара болот күкте ялманы.
Бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр
Үҙәктәргә үтеп инде.
Лысма һыуҙан өшөгәнлектән
Тешкә теш теймәй ине.
Шул ваҡытта көтөүсенең
Моңһоу күҙҙәренә йәш тулды.
Эҫе көндәрҙе иҫенә төшөрөп,
Ҡапыл күҙҙәрен йомдо.
Мират РЫҪҠОЛОВ.
Аҙағын гәзиттә уҡығыҙ.

Читайте нас: