ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Сентябрь 2018, 14:05

Шулай ҙа була

“Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Һағындым!”

“Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Һағындым!” Ҡулымдағы телефонды үҙем дә һиҙмәҫтән, креслоға атып бәрҙем. Күҙ алдым ҡараңғыланып, былай ҙа гел һыҙлап йөҙәткән йөрәк тәңгәлен ҡаты сәнсеү алды. Йығылып китеүҙән ҡурҡып, баҫҡан урынымда сүгәләнем.
Шулай ҙа көс табып, иремдең телефонын тағы асып, теге хәбәрҙе яңынан уҡыйым. Исеме Зәйтүнә, сәскә гөлләмәләре араһында киң йылмайып төшкән фотоһы ла ҡуйылған. Ватсаптағы һуңғы арала аралашыуҙарын уҡыйым. “Ауылға ҡасан ҡайтаһың?”- тип һораған. Минеке иһә: ”Аҙна уртаһына тиклем сабыр ит”, - тип яуаплаған. Бөтә эшен ташлап, бына ни өсөн кәрәкмәгән бесәнде сәбәп итеп, ауыл яғына йыш ҡайырған икән, битһеҙ.
Йәшең 50-гә етеп барғанда, хәләлеңдең нидәйҙер сит ҡатынға йылы, матур һүҙҙәр яҙыуын күрһәгеҙ, һеҙ ни эшләр инегеҙ, белмәйем. СМС-хәбәрҙәрен юймаған да бит әле, йүнһеҙ, исмаһам, уҡымаҫ, күрмәҫ инем. Аҙна һайын ғына ла түгел, йыш ҡына телефон аша яҙышып хәбәрләшкән был икәү.
Зәйтүнә тураһында ишетеү генә түгел, хатта бер нисә тапҡыр мәжлестә бергә булырға тура килде. Шаталаҡ, шаян, теле-телгә йоҡмаған был ҡатын күрше райондан ауылға килен булып төштө. Ире Азат вахта буйынса йөрөп, аҡса эшләне, ҙур ғына йорт бураны. Ни сәбәптәндер, бала табырға ашыҡманы Зәйтүнә, табындағыларҙы ғәжәпләндереп: “Азат рәхәтләнеп, ситтә йөрөһөн, мин бер үҙем бала тәрбиәләп ултырмаҫмын инде”, - тип шапырынып ебәргән була ине хатта.
Беҙ инде, кейәүгә сыҡтыңмы, төп бурысыбыҙ нәҫел арттырыу тип уйлаған быуынды киленсәктең был һүҙҙәре шаяртыу тиһәң шаяртыуға, ысынбарлыҡ тиһәң, дөрөҫлөккә тура килмәүе аптыратты ла, нисектер, онотолдо. Уйнаҡлап торған ҡатынға күҙе төшкәндәр күп булһа, тегенеһе лә яуапһыҙ ҡалмағандыр күрәһең, ошоға бәйле, ауылда әле бер, әле икенсе ғаиләлә йыш ҡына ғауға сығыуы, хатта ғаиләләр тарҡалыуы тураһында хәбәр ишетелеп ҡала ине. Ә Зәйтүнә, рауза сәскәһендәй, йылдан-йыл йәшәрә, гүзәлләнә бара һымаҡ тойолдо. Ҡатындарҙың, кистәрен ирҙәре юлланған йортҡа барып, талашып йөрөгәндәрен дә ишеткәнем булды, әммә Себерҙә йөрөгән Азат кәртәне ике метрҙан юғары, ҡапҡаларҙы тимерҙән эшләп ҡуйған, инерлек түгел. Элекке һымаҡ, тәҙрә өлгөләрен онтап, ҡапҡаға нимәлер буяп китеү бөгөн бындай ҡатындарҙы оялтыу, ғәрләндереү ысулы булараҡ, күптән онотолған шул.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 76-сы һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: