ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Октябрь 2018, 12:44

Киләсәккә ышаныс менән

Тантаналы сара ҡаланың мәҙәни һарайында үтте. Башҡортостан элек-электән халыҡтар дуҫлығы, милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡ төбәге булараҡ дан алған. Мәләүездә лә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вадим Үтәшев, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов был сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, шулай уҡ ойошмалар һәм предприятиеларҙың хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.

Ысынлап та, Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары уята, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы осорҙа беҙҙең алға яңы бурыстар ҡуя, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеген билдәләй.

Республикабыҙ, Рәсәй Федерацияһы составында үҙенең яңы һәм мәртәбәлерәк урынын табып, дәүләт атрибуттарына эйә булып йәшәүе бында көн күргән бар халыҡтар өсөн дә мөһим. Үҙешмәкәр коллективтар, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары сығышында күп милләтле республикабыҙ мәҙәниәте сағылды.

Автор фотоһы.

Һүрәттә: “Көнгәк” халыҡ бейеү ансамбле сығышы.
Читайте нас: