ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Октябрь 2018, 12:55

Шағир. Яҙыусы. Драматург

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 20 октябрҙә тыуыуына 99 йыл тулды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 20 октябрҙә тыуыуына 99 йыл тулды.
Ошо йәһәттән М. Буранғолов исемендәге китапханала Мәләүез индустриаль колледжы уҡыусылары менән берлектә “Шағир. Яҙыусы. Драматург” тип аталған сара үтте.
Ошо юлдар авторы, китапхананың башҡорт әҙәбиәте секторы белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина сараны “Ай тотолған төндә” трагедияһынан Тәңкәбикә монологы менән башланы. Артабан яҙыусының тормошо, ижадына арналған әҙәби журнал тәҡдим ителде. Уҡыусылар Данил Нуғаев, Роман Хәсәнов, Алина Вәлитова, Надежда Ишниязова әҙиптең шиғырҙарынан өҙөк уҡыны. Экранда Нәзимә Исхаҡова әҙерләгән бай йөкмәткеле видеороликта башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән шағирҙың иҫтәлектәре, сығыштары, балалар менән осрашыуҙары сағылды. Осрашыуҙың маҡсаты - Йәмил, Оксаналар һымаҡ милләтеңә ҡарамай, дуҫ булырға өндәү, Мостай һымаҡ ябайлыҡҡа саҡырыу.
Читайте нас: