ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
1 Ноябрь 2018, 16:51

Килдең, киттең - хуш, байғош!

Яңы премьера барыбыҙ ҙа яратҡан көлкө эйәһе Михаил Задорновтың пьесаһы буйынса ҡуйылған. Режиссеры - йәш, талантлы егетебеҙ Айҙар Зарипов. 2017 йылда Мөнир Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...” спектакле өсөн Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында еңеүсе лә ул!

Комедияла ни бары өс артист уйнай. Ир-егет ролендә - Илгиз Әкимбәтов. Хоҙай унан бер нәмә лә йәлләмәгән - төҫ тиһәң төҫ, буй тиһәң буй, таланты тураһында һөйләп бөтөрлөк тә түгел. Ҡала мәҙәниәт йортона килһәгеҙ, һүҙҙәремдең хаҡлығына үҙегеҙ инанырһығыҙ.
Төп образдарҙы башҡарған артисткалар ҙа, һис шикһеҙ, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Айгөл Зөбәйҙуллина Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры барлыҡҡа килеү осоронан эшләһә, Ҡәҙриә Аҡбаева йәштәр сафын тулыландырҙы. Тәжрибә һәм йәшлек, олпатлыҡ һәм шаянлыҡ, аҡыл һәм бер ҡатлылыҡ осрашһа нимәгә алып барып еткерә? Комедияны ҡарағас, үҙегеҙ һығымта яһарһығыҙ.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА, театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 86-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: