ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Декабрь 2018, 12:46

Нөгөш ҡыҙы

Инде нисә йылдар йөрәгемде, Тырнап-тырнап ала бик яман, Аяныслы яҙмышҡайың һинең, Нөгөш ҡыҙы, сая Миңлеямал.

Инде нисә йылдар йөрәгемде,
Тырнап-тырнап ала бик яман,
Аяныслы яҙмышҡайың һинең,
Нөгөш ҡыҙы, сая Миңлеямал.
Мин бит әллә ҡасан, бала саҡтан
Ишетеп белә инем исемеңде.
«Ә ул теге пәрей Миңлеямалмы?» -
Тигән һүҙҙәр байтаҡ ишетелде.
Бала күңелендә ен әбейе
Булып инеп ҡаллың хәтерҙә.
Тормошоң ла серле, мөғжизәле
Булып күренә миңә хәҙер ҙә.
***
Атай ҡайтыр ине оло юлдан,
Кибез, Ямантауҙы артылып.
Еңел генә ине юл ҡапсығы,
Йөрөмәгән бары асығып.
«Миңлеямалда ҡундым. Бына бер аҙ
Күстәнәс тә һеҙгә ебәрҙе». –
Туңып бөткән ярты икмәк һуҙа,
Оноторһоңмы ошо көндәрҙе?!
Күпереп бешкән аҡ ҡаласты түгел,
Туңған күмәсте мин һағынам.
Сүпрәһеме булған икенсерәк,
Әллә үлән ҡушып һалынған?
Ул хуш еҫле икмәк тәме китмәй,
Йыллар үтһәләр ҙә, телемдән.
Шул көңдән һуң пәрей әбей түгел,
Кеше сифатында күрендең.
Әсәйем дә, һиҙҙем, көнләй ине:
«Тағы Миңлеямалға китәһең.
«Ҡуян алмаҫ, аяғы талмаҫ», - тиеп,
Тамам йонсоп, арып бөтәһең».
Атай көлөр ине: «Оло кеше,
Апай бит ул. Эх, һин, дүрәкте...
Көнләр инең хатта һәр ағастан,
Юлда булған һәр бер түмгәктән».
Эй, ашҡынып китер ине атай,
Күберәк һалып тоҙон, шырпыһын.
«Миңлеямалға кәрәк. Ул төпкөлдә
Уты һүнһә, бахыр, нишләһен?»
***
Уттыр яғып, ҡаҙан аҫып шулай
Ҡаршылаған һәр бер юлсыны.
Тирә-йүндә башҡа кеше булмай...
Күпме йәнде шул ай ҡурсыны.
Өшөп-туңып, асығып килгәндәрҙе
Ҡаршы алған кескәй өйөндә.
Күпме йыр йырланған, һүҙ һөйләнгән
Миңлеямалдың төпкөл өңөндә.
Кем күргәндер күңелен?
Әйтә алмайым.
Ғәйбәт тиҙ йәбешә яңғыҙға,
Һалҡын түшәктәрҙә нисә төндәр,
Нисә тиҫтә йылдар һуң уҙған?!
Киң күңелле булған Нөгөш ҡыҙы,
Күңел йылыһын ихлас өләшкән,
һыҙландымы икән яҙмышына,
Үҙенә төшкән ошо өлөшкә?
Ә бит уны йәлләп туғандары
Ауылға ла саҡырып ҡараған.
Үҙһенмәгән һис тә был тормошто, -
Төпкөлдәге өйҙө һайлаған.
«Бында - ата-бабам ҡәберҙәре,
Бында үтте бөтә ғүмерем.
Сит ерҙәрҙә зарығып көн иткәнсе,
Үҙ еремдә йәшәп үлермен»...
***
Миңә ҡалһа, бик бәхетле булып,
Күренә һаман ғәжәп был ҡатын.
Ирек һөйгән, бер кемгә лә хатта
Инәлмәгән эйеп ул башын,
Һоранмаған: барыһы - үҙенеке,
Хәләл көсө менән табылған.
Мал аҫырап, кәрәк-яраҡ алған,
Оно, тоҙо килгән ауылдан.
Кәрәк саҡта, яҙғы ташҡында ла,
Йөҙөп сыҡҡан ярһыу Үректе.
Мәргән атҡан, атта һыбай сапҡан,
Өҫтөн ҡуйған бары иректе.
Серҙәрен дә һөйләп ағастарға,
Таң нурҙарын үргән сәсенә.
Ҡара толомдары араһында
Күпме серҙәр ҡалған йәшенеп.
Кемдәр генә эс серҙәрен асып,
Бушанмаған оҙон кистәрҙә.
Барыһын йыйып алсаҡ ой түренә,
Усағына утын өҫтәгән.
Талғын утҡа ҡарап уйланғандыр
Үткән ғүмерҙәре хаҡында...
***
Сауҡа утарында ғүмер итә.
Эштән бушамай һис ҡулдары.
Буй еткерә, башлы -күҙле була,
Бала бәхете генә булманы.
«Сит ерҙәрҙә, бәлки, яҡшыраҡтыр», -
Тиеп сығып китә далаға.
Эйәреп киткән ҡаҙаҡ ирен ташлап,
Тағы кире ҡайта Сауҡаға.
Урман-тауҙа кейек кеүек үҫеп,
Үҙһенәме инде даланы?!
***
Күңеле генә дала төҫлө иркен,
Йәшәһә лә һәр саҡ урманда,
Һәр кешегә ишеге асыҡ булған,
Һаҡлап ҡалған һалҡын, буранда.
Йыланы ла уның иҙәнендә
Шыуып йөрөр булған - теймәгән.
Өкөләре уфылдашҡан булып,
Ауыр хәлен уға һөйләгән.
Ҡоштар, йәнлектәрҙең телен белгән.
Килгән саҡта янына айыуҙар:
«Йөрөмә, - тигән, - шулай темеҫкенеп, -
Урман тулы еләк, балыҡ бар.
Үҙең тапҡан ризыҡ тәмле була,
Барыһы ла мул бит урманда.
Нөгөш буйы тулы күпме балыҡ,
Ялҡауланма, ҡартлас, бар, аула!»
Киткән айыу. Мышы, боландарға
Әҙер булган йәшел бесәне.
Бүреләр ҙә ситтән ҡарап йөрөгән
һис кемдән дә ҡурҡмаҫ бисәне.
Ҡурҡмаған шул. Гел изгелек эшләп,
Кем һуң инде уға ҡағылһын?
«Яңғыҙ йәшәй. Аҡсаһы күп», - тиеп,
Шаҡшы бәндә бер мәл ҡул һуҙған...
Өй урынында ҡалған ҡара күмер,
Табылмай шул хатта бер эҙ ҙә...
Изге йәндең ғүмерен ҡыйған бәндә
Нисек йәшәй икән был ерҙә?!
***
Мин дә ғүмер буйы тартыламын,
Талпынамын бәйле ҡошсоҡтай,
Йәшәргә тип Нөгөш үрҙәрендә,
Ялан тәпәй ярып ысыҡты,
Таң ҡаршылап мәғрүр ҡаяларҙа,
Һалҡын һыуын эсеп шишмәнең,
Ҡолас етмәҫ имәндәрҙе ҡосоп,
Ләззәт табып эшләр эшемдән...
Эх, Миңлеямал, һинең көсөң кәрәк,
Етмәй, ахыры, һинең саялыҡ.
Йәшен булдыңмы әллә был донъяла,
Саҡматашымы һин ҡаяның?!
Үрелеп етә алмаҫ Нөгөш ҡыҙы,
Мин һоҡланам һиңә һаман да.
Һинең кеүек көслө була алһамсы
Зил-зиләле, яман заманда.
Нөгөш ҡарағайы кеүек баҫып,
Күккә ашкан мәғрүр ҡаяла,
Һаҡлай алһам ерем-һыуҙарымды,
Онталғанда күңелем-быяла.
Халҡым рухын, киләсәген һаҡлап,
Һәр кем ҡаршы торһа дауылға,
Яҡлап ҡалыр инек ҡәрҙәштәрҙе
Заман сире, яман ауырыуҙан.
Мин дә усаҡ яға алһам икән
Йылытырлыҡ кеше күңелен.
Рәнйетелгән, юлдан тайпылғандар
Килһен ине иңләп киң илем.
Дауа табып усаҡ йылыһынан,
Тәғәм ейеп, бер аҙ хәл алып,
Китер ине ары таба юлға,
Күңелдәре бер аҙ яҙылып.
Асҡыс таба алһам ине шул саҡ
Күңеленә һәр бер кешенең.
Йән ғазабы, -төрлө бысраҡлыҡтар
Иңгә төшә бөгөн ишелеп.
Нөгөшөмдең гәлсәр үрҙәренә
Барып етә завод ҡалдығы.
Кеше генә түгел, урман ауырый,
Тонсоғоп та үлә балығы.
Кеше алҡымдары гына түгел,
Йылғаларҙың өнө быуыла.
Болғансыҡ та һыуҙа байлыҡ аулап,
Күпме «заман ҡорто» байыға.
Ял итергә түгел, эш боҙорға
Килә күпме турист Нөгөшкә.
Урындағы халыҡ ерен һата
Юҡ, алтынға түгел, көмөшкә,
Төп валюта бында - көмөшкә.
Яр буйҙары сүп-сар менән тулы,
Аяҡ баҫыр урын тапмаҫһың,
Саф һыуҙарҙа бәрҙе балыҡ йөҙгән
Йылғаларым хәҙер ҡайҙа һуң?
Ярай, ҡалҡан итеп вәхшилеккә,
Киләсәген уйлап халыҡтың,
Тәбиғәтте һаҡлап ҡалыр өсөн
“Башҡортостан” паркы ҡалҡты.
Миңлеямалдай яратһалар ерҙе,
Атайсалды, тыуған төбәкте,
Тулы һыулы булыр Ағиҙелем,
Ылымыҡтар баҫмаҫ Нөгөштө.
Ғәмһеҙлектәр баҫмаҫ йөрәкте.
Йәндәй күрер кәрәк һәр йәнлекте,
Һаҡлар кәрәк һәр бер үләнде.
Шул саҡ таҙа булыр илем күге,
Аҡсарлаҡтар осор Нөгөштә.
Ҡаяларҙа саңҡыр сал бөркөттәр,
Саф һыуҙарын илтер Үрек тә.
Миңлеямал рухы, күккә ашып,
Әйтер шул саҡ:
“Рәхмәт, уландар!
Нөгөш, Иҙел йәшәй икән әле,
Тереклек бар әле Уралда.
Башҡортостан имен икән әле,
Рәсәй күкрәгенә һыйынып,
Өмөт менән ҡарай киләсәккә,
Бәхет нурҙарына ҡойоноп.
Килер быуын күрһен хозурлыҡты,
Был байлыҡты һаҡлап ҡалығыҙ!
Күңелегеҙ шул саҡ булыр тыныс,
Имен атыр һәр бер таңығыҙ”.
Шулай тине Миңлеямал рухы,
Ҡаяларҙа шаңдау яңғыраны:
“Һаҡлағыҙсы күҙ ҡараһы кеүек
Ошо ерҙе, ғорур тауҙарҙы.
Ҡоромаһын шишмә, һыуҙарығыҙ,
Бысратмағыҙ һулар һауаны.
Изге мираҫ ҡалһын балаларға, -
Шунда булыр тормош дауамы!”.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Читайте нас: