Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Ғинуар 2019, 23:18

Башҡортостанда «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә

Башҡортостанда «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. 2018 йылда проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарының береһен алды.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы китапханалары фондтарын яңыртыуға бәйле «Алтын кәштә» проекттары, «Шәғәле Шаҡман юлы», һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр һәм инвалидтар өсөн «BashDic» электрон уҡыу ҡулланмаһы, «Йөрәк һүҙе» телевизион минипрограммалар циклы, Башҡорт Автономияһының Беренсе баҫма органының факсимиль баҫмаһы — «Башҡорт» гәзите һәм башҡа проекттар ҙа гранттарға лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы грант аҡсаһына республиканан ситтә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен, «Арҡаҙаш» йошмаһы I «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумын уҙғара.
Читайте нас: