Мин был ғаиләне күптән беләм. Тырыш, бәхетле, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ир менән ҡатынға, ысын ғына әйтәм, ихлас һоҡлана инем. Ире яҡшы урында эшләй, эш хаҡына бәләкәй генә сауҙа нөктәһе - өҫтәмә килем сығанағы. Һары бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙарын яратып туя алмайҙар. Әйткәндәй, уларҙын йыш ҡына дуҫтары: “Умырзая кемгә оҡшаған, икегеҙ ҙә сөм ҡара сәсле, ҡыҫыҡ күҙле ысын башҡорт”, - тип шаярта. Рәфистең, көлөмһөрәп: “Өләсәһенә оҡшаған, ул Ҡаҙан татары ине”, - тигән яуабынан һуң башҡаса был һорауҙы биреүселәр булманы.