ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Ғинуар 2019, 17:51

Өфөлә хәйриә концерты ойошторола

Өфөлә журналист, йырсы, композитор Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү өсөн «Беҙ бергә!» хәйриә концерты ойошторола. Концерт 25 февралгә билдәләнгән.

Өфөлә журналист, йырсы, композитор Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү өсөн «Беҙ бергә!» хәйриә концерты ойошторола. Концерт 25 февралгә билдәләнгән.
Бер йыл элек табиптар Нурия Абдуллинаға киҫкен миелобласт лейкозы тигән диагноз ҡуйған. Ул 10 химия терапияһы курсын үткән дә инде. Ыңғай динамика күҙәтелә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә бар. Нурияны електе күсереү өсөн Төркиәләге алдынғы клиникаларҙың береһе көтә. Бының өсөн $110 000 — яҡынса 7,3 миллион һум кәрәк. Ғаиләнең быға көсө етмәй. Бер нисә көн элек журналист үҙе, уның туғандары һәм яҡындары халыҡҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
«Бөгөнгәсә халыҡҡа үҙемдең сирем хаҡында белдерергә теләмәнем. Ҡайғы-хәсрәттәремде бер кемгә лә әйтмәйенсә, тешемде ҡыҫып еңергә өйрәнгәнмен, — тип яҙҙы Нурия Абдуллина. — Яҡындарым минең хәлемде белә ине. Артист дуҫтарым ярҙамында хәйриә концерттары ойошторҙоҡ. Береһенә барып, ике номер менән сығыш яһап ҡайттым. Ләкин икенсеһенә бара алманым, гастролдәр менән йөрөй алмаҫымды аңланым. Өҫтәүенә хәҙер миңә халыҡ күп йөрөгән урындарға сыҡмаҫҡа, аралашыуҙы сикләргә кәрәк. Үҙем аралашыусан кешемен, туғандарымды һәм кешеләрҙе яратам, уларҙы көн һайын күрәһем килә, һағынам, йәшәйһем килә... Һәр берегеҙҙән миңә ошондай мөмкинлек бүләк итеүегеҙҙе үтенәм...».
Яҡындары әйтеүенсә, 18 ғинуарҙан 23-нә тиклем дауаланыуға һәм операцияға 217 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.Нурия Абдуллина — йырсы, композитор, автор-башҡарыусы, журналист, радио алып барыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Юлдаш» радиоһы ветераны. Нурия Абдуллинаға ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн асылған иҫәп номеры — төркөмдә. Концертты ойоштороу мәсьәләләре буйынса бәйләнеш телефоны: 8-9659278877.
Читайте нас: