ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ике йылға бергә ҡушылғас

Яҙған әҫәр киң ҡатлам уҡыусыһына барып етһен тиһәң, мотлаҡ тәржемәсе кәрәк. Был йәһәттән беҙ, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе ағзалары, уңдыҡ тип әйтә алабыҙ. Арабыҙҙағы иң йәш Римма Шәйәхмәтова үҙе шиғыр яҙыуҙан тыш, бер нисә йыл инде тәржемә менән дә шөғөлләнә. Хәҙер дүрт йыйынтыҡ авторы, Рәсәйҙә, Башҡортостанда үткән төрлө ижади конкурстарҙа еңеүсе булараҡ та, ҡәләмдәштәренең уй-хистәрен теүәл асып бирергә тырыша.

- Шиғырҙың авторы һәм мин - тәржемәсе - ике йылға кеүек, - ти ул. -Шуға ла яңы йыйынтығымды “Ике йылға” тип атаным.
Ошо көндәрҙә 25 авторҙың ижад емешен бергә йыйған китаптың исем туйы үтте. Уны үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәре Светлана Козырева алып барҙы.
Йыйынтыҡҡа халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың, республикала билдәле башҡа шағирҙарҙың һәм яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙары башҡорт, татар, урыҫ телендә тәржемәлә бирелгән. Уны баҫыусы булараҡ, Ырымбур өлкәһе “Каруанһарай” гәзитенең баш мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов Римма Шәйәхмәтованы ихлас ҡотланы, киләсәктә лә ижади дуҫлыҡты нығытырға саҡырҙы.
“Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһендә ижад итеүсе Нәзирә Ишҡолова, Зөһрә Байгилдина, Хәлиҙә Шәйәхмәтова, Фәрзәнә Иманғолова, Фәнисә Бикбаева һәм башҡалар үҙҙәренең изге теләген әйтте, шиғырҙарын уҡыны. Педагогия хеҙмәте ветераны Тәнзилә Малабаева Мостай Кәримдең “Ҡоштар осорам” шиғыры менән сәләмләне. Башҡа тамашасылар, инвалидтар ойошмаһынан Миләүшә Ишбулатова, туғандары ауырлыҡтарға бирешмәй, тормошҡа әүҙем ҡарашлы, сәйәхәт итергә, уҡырға яратҡан, матур күлдәктәр бәйләгән, сәйләндән күҙ яуын алып торған композициялар эшләгән уңған, талантлы яҡташыбыҙҙы яңыраҡ билдәләгән юбилейы менән дә ҡотланы.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА,
“Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе.
Читайте нас: