ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың

Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Күптән түгел ошо һүҙҙәрҙә бер ни тиклем дөрөҫлөк барлығына инандым. Ысынлап та, бөгөнгө тормош, беҙҙе уратып алған мөхит, ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була барыуын тояһың. Ә ҡурҡыу тойғоһо, һәр төрлө стресс, күңел төшөнкөлөгө, ҡаты сир кеүек үк, кеше организмын хәлһеҙләндереүгә, тимәк ҡартайыуға дусар итеүен һәр кем белә.

Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа.
Күптән түгел ошо һүҙҙәрҙә бер ни тиклем дөрөҫлөк барлығына инандым. Ысынлап та, бөгөнгө тормош, беҙҙе уратып алған мөхит, ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була барыуын тояһың. Ә ҡурҡыу тойғоһо, һәр төрлө стресс, күңел төшөнкөлөгө, ҡаты сир кеүек үк, кеше организмын хәлһеҙләндереүгә, тимәк ҡартайыуға дусар итеүен һәр кем белә.
Бына, мәҫәлән, былтыр, үҙәк телевидениенан “Плесень” исемле фәнни-документаль фильмды ҡарағандан һуң оҙаҡ ҡына ваҡыт күк еҫенән, күгәргән әйберҙән ҡурҡыу хисе ҡалды. Икмәк һауытын көн һайын еүеш сепрәк менән һөртөүҙән, ярамаһа ла, икмәкте еҫкәп ҡарауҙан саҡ арындым. Быға тиклем ғүмер буйы раковина, ванна, унизтазды таҙартҡан “Белизна” организмда яман шеш күҙәнәктәрен уята икән тип ишеткәс, унан баш тарттым. Кер йыуыу порошоктарына ла талапсанға әйләндем. Йәнәһе лә уларҙың бөтәһе лә төрлө ауырыуға юлыҡтырған химик берләшмәләрҙән тора.
Кемдер һәр кемдә үҙен һаҡлау инстинкты булырға тейеш инде, тиер. Эйе, килешәм. Һәр кем Аллаһу тәғәлә биргән ғүмере, һаулығы өсөн үҙе яуаплы, әммә һәр нәмәнән ҡурҡыу, шикләнеү, өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә яраған эш түгел.
Күп уҡыған, күп белгән оло йәштәге бер танышым бар. Тоғаны менән энциклопедия инде. Йәш саҡтан уҡ мауығыуҙары, яратҡан шөғөлдәре бик күп булған уның. Нимә тураһында һөйләшһәң дә мәғлүмәтле, төплө белемле булыуы менән айырыла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас ике бүлмәле фатирында күпләп гөл үҫтереү менән мауыҡты. Өйө йәйен-ҡышын аллы-гөллө сәскәгә күмелер ине. Магазиндарҙан да, баҙарҙан да, яҙҙырып алып та үрсетте ул гөлдәрҙе.
Яңыраҡ барлыҡҡа килгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәйешебеҙгә бик тиҙ һәм тәрән үтеп ингән фэн-шуй тәғлимәтен өйрәнгәс, гөл яратыусы танышым яртыһынан күберәк үҫентеләренән ҡотолдо. Үрмәле, сыбар йәки осло япраҡлы гөлдәрен һауыты менән сығарып быраҡтырҙы, һатҡанын һатты, бүләк иткәнен бүләк итте. Бик мауыҡты фэн-шуй менән. Быға тиклем тыныс ҡына, үҙ яйы менән генә йәшәгән ханым донъяһының аҫтын өҫкә килтерҙе. Тирә-яҡ мөхит, күршеләре, үҙе менән тулы гармонияла, тигеҙ, аңлашып йәшәү өсөн өй йыһаздарын фэн-шуй ҡушҡанса яҡтылыҡтың ҡайҙан төшөүенә ҡарап, йәғни идеалға тура килтерергә тырышып, бер мөйөштән икенсеһенә шылдырып боҙоп бөттө.
Ҡасандыр аралашыуы ҡыҙыҡ булған был оло йәштәге апай менән оҙаҡламай бер кем дә һөйләшкеһе килмәй кеүек тойолдо, сөнки ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, эргә-тирәһендәгеләрҙе яңыса йәшәргә өйрәтте, үҙ фекерен көсләп таҡты. Тиҙҙән ул үҙен бөтә нәмәнән сикләүҙән, ҡурҡыуҙан, бөтмәҫ шикләнеүҙәрҙән депрессияға бирелде. Был хәл-торошонан дини китаптар, доға уҡып ҡына ҡотолдо.
Әҙәмде был донъяла һәр саҡ ниҙер һағалай, әммә уны һәр саҡ ниҙер аралай ҙа. Һағалаусыһы Әжәл булһа, аралаусыһы – Аллаһ үҙе. Шикләнергә, өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Шикләнеү Аллаһу тәғәләгә шик белдереү менән бер. Ғүмер бөтмәһә һаҡсы фәрештәләр һәр ваҡыт бәндәнең янында була.
Лена Абдрахманова.
Читайте нас: