ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Көслө затты көслө кеше генә тәрбиәләй ала

Лена Абдрахманованың фәһемле, көнүҙәк темаларға арналған материалдарын яратып уҡыйым. 31 майҙың 44-се һанындағы “Көслө зат булып ҡалығыҙ, зинһар...” мәҡәләһен уҡығас, “Афарин!” тип ҡуйҙым.

Лена Абдрахманованың фәһемле, көнүҙәк темаларға арналған материалдарын яратып уҡыйым. 31 майҙың 44-се һанындағы “Көслө зат булып ҡалығыҙ, зинһар...” мәҡәләһен уҡығас, “Афарин!” тип ҡуйҙым.

Ысынлап та, тирә-йүнебеҙҙә шундай ир-егет күбәйҙе, хатта зыялылар араһында. Улар менән йыш аралашҡас, аптырап ҡуям: ҡайһылай ваҡсыл, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ коллегаларының уңышына көнсөл булып киттеләр, төрлөсә аяҡ салыуҙан да тартынмайҙар.

Өфөлә “Матбуғат йорто”нда эшләгәндә бигерәк шаҡ ҡата инем. Абруйлы ғына ағайҙар эш көнөн ләстит һатыуҙан башлар ине: кем кем менән йөрөй, кем менән йоҡлай һәм башҡалар. Оялып, кабинеттан сығып китә инем хатта.

Бөгөн дә ошо күренеш дауам итә. Мин уның төбөнә төшөп аңларға тырыштым һәм ошолай уйлайым. Олораҡ быуын вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында атайҙарын юғалтып, әсәләре тәрбиәһендә генә үҫкән. Һуңыраҡ байтаҡ ирҙәр эскегә бирелде, шуға ла ғаилә мәшәҡәттәренән, бала тәрбиәләүҙән ситләште. Эсеп, һуғышып йәки төрмәлә ултырып сыҡҡан атайҙар балаһына өлгө була алмай бит инде.

Бөгөн ошо арҡала айырылышҡан, яңғыҙ ғына ир бала үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Уларҙың күбеһе ирҙәрсә ҡаты ҡуллы, талапсан була алмай малайҙарға. Шуға ла улар атай, дөрөҫөрәге ирҙәр тәрбиәһе күрмәй үҫә. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә йәнә ҡатын-ҡыҙ ҡулында ҡалыуҙарын әйтһәк, аңлашылалыр. Кемдән өйрәнһендәр улар ысын ир-егет булырға?!

Ярай, һуңғы йылдарҙа төрлө хәрби уйындар, ярыштар йәнләнде. Уларҙа ҡатнашыу, әрме хеҙмәтен үткәндәр менән аралашыу ир балаға файҙаға ғыналыр. Ә әсәһе, өләсәһе итәге аҫтында үҫкән баланан ни көтәһең инде? Шулайтып кеше тикшереп, ҡатын-ҡыҙ менән сәкәләшеп йөрөүҙән башҡаға ярамайҙар, ахыры.

Ир-егеттәребеҙҙең көслө, беҙҙе, илебеҙҙе яҡларлыҡ, уларға ныҡлы таянырлыҡ булыуҙарын бик тә күргем килә. Ҡыуанысҡа, бар ундайҙар арабыҙҙа!

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Читайте нас: