ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе бер ғүмер

Күркәм йолаға әйләнгән “Иҙел яры” байрамында аптраҡтар, муллағолдар, килгән ҡунаҡтар ихлас байрам итте. Ул быйыл яңы биҙәктәр менән байытылып, иҫтәлек-хәтирәләр, осрашыу-күрешеүҙәр, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән үтте.

Күркәм йолаға әйләнгән “Иҙел яры” байрамында аптраҡтар, муллағолдар, килгән ҡунаҡтар ихлас байрам итте. Ул быйыл яңы биҙәктәр менән байытылып, иҫтәлек-хәтирәләр, осрашыу-күрешеүҙәр, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән үтте.
Атай-олатайҙар йәшәү өсөн яйлы һәм матур урынды һайлай белгән. Йыраҡ түгел бесәнлектәргә бай ҙур болон-үҙәндәр, мул һыулы Иҙел...
Байрам сараһын асып Ғәйнулла хәҙрәт Яппаров Ҡөръәндән аят уҡыны. Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов сығыш яһаны. Ауылдарҙың иң ҙур байлығы - уның хөрмәткә лайыҡ кешеләре. Тормоштарын үрнәк итеп ҡуйырлыҡ оло йәштәге Ғәзизулла Исхаҡов, Ғәбделбарый Исламғолов, Харис Һөйәрғолов, Нәҡиә Хужабаеваларға Зөфәр Фәнил улы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ауылды уңғандар йәшәтә, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Водитель Таһир Ишбирҙинға, фельдшер Нурия Хисмәтуллинаға, Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Хәлиҙә Шөғәйеповаға - Рәхмәт хаты, Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Риф Нәжметдиновҡа, Фаил Ғөбәйҙуллинға, Суфия Халиҡоваға, “Иҙел” магазины һатыусыһы Альбина Хәлиуллинаға, фельдшер Рая Торсонбаеваға, янғын һүндереү машинаһы водителе Раил Мөсәләмовҡа, хисапсы Гөлфиә Күсербаеваға Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Ауылдарҙың гүзәллеген, унда донъя көткән халыҡтың йәшәү рәүешен, һөнәрле булыуын, тырышлығын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған “Иң матур ихата алды” конкурсында йорт хужалары Земфира һәм Филүс Байбулатовтар, Гөлнәфис һәм Альберт Юлтимеровтарҙы ла билдәләп үттеләр.
Сара ауыл клубы үҙешмәкәр артистары, ҡала мәҙәниәт йортоноң “Аманат” башҡорт фольклор һәм музыка ҡоралдары ансамбле сығыштары, сит тарафтарҙан тыуған яғын һағынып ҡайтҡан яҡташтарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Байрам майҙанында уйындар, спорт ярыштары уҙҙы. 9-сы гимназияла уҡ атыу түңәрәге асыу теләге менән янған Илһам Яҡупов балалар араһында ярыш ойошторҙо. Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең йәштәр менән эшләү белгесе Филүс Байбулатов тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыу ярыштары үткәрҙе. Бәйгене уҡыусы балалар башлап ебәрһә, уны өлкәндәр дауам итте.
Көйөргәҙе районынан Миңлеяр Хәйбуллин үҙе йыйған милли музей ҡомартҡыларын алып килгән: атай-олатайҙарҙың һуғыш ҡоралдары, милли кейемдәре, шулай уҡ башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары - Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә һәм башҡаларҙың портреттары сараға килеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Иҙел яры” туғандарса йылы мөхиттә, тыныс һәм йәмле үтте.
Читайте нас: