ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

"ЕВРАЗИЯ ЙӨРӘГЕ"НЕҢ ЙЫЛЫҺЫН ТОЙҘОҠ

Кисә, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестиваленең өсөнсө көнөндә, республикабыҙҙың йөҙ йыллығына арналған ҙур концерт булды. “Алға, Башҡортостан!” тип аталды ул.

Кисә, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестиваленең өсөнсө көнөндә, республикабыҙҙың йөҙ йыллығына арналған ҙур концерт булды. “Алға, Башҡортостан!” тип аталды ул.


Был көндә республика етәксеһе Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусылар араһында өс йырсыны – “Пицца” төркөмөнән Сергей Приказчиковты, “Арғымаҡ” солисы Ринат Рамаҙановты һәм Алһыуҙы наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тәүге ике артист “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, Алһыу “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта концертты алып барыусылар сәхнәнән иғлан итте.


Байрамда “Өфө” футбол клубы, Юрий Шевчук, Александр Карелин, Эрнст Мулдашев, Илдар Абдразаҡов, Рима Баталова, Владимир Спиваковтың видеоҡотлауы яңғыраны. Сәхнәлә Радик Юлъяҡшин, Анжелика Якусева, Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова, “Каруан”, “Заман”, “Бүреләр”, “Пицца” ансамблдәре һ.б. сығыш яһаны.


Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмөнөң Милли халыҡ инструменттары оркестрына ҡушылып сығыш яһауы фестивалгә оло йәм өҫтәне. Фестиваль тамашасылары ил эстрадаһы йондоҙо Алһыуҙың йырлауын да көтөп алды һәм көслө алҡыштарға күмде. Билдәле булыуынса, сара тура трансляцияланды, уны бөтөн халыҡ ҡарай алды.


“Евразия йөрәге” концерттарын “Бәйләнештә” социаль селтәрендә онлайн-трансляция аша 12 июндә – 140 122, 13 июндә 70 000 кеше ҡараған. “Ватан” этнопаркында тәүге көн 70 мең халыҡ булһа, икенсеһендә – ун мең.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл "Евразия йөрәге" "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолдо.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


фото "Башинформ"дан алынды.
Читайте нас: