ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡтар ”Рәхмәт, мәләүездәр!” тип хушлашты

Мәләүездәр “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафонын ҡабул итте Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға килгән профессионал коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар Өфө, Благовещенск, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүездә булды, артабан Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Учалы ҡалаларына сәйәхәт итәсәк. Уларға урындағы үҙешмәкәр коллективтар ҙа ҡушыла.

Мәләүездәр “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафонын ҡабул итте
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға килгән профессионал коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар Өфө, Благовещенск, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүездә булды, артабан Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Учалы ҡалаларына сәйәхәт итәсәк. Уларға урындағы үҙешмәкәр коллективтар ҙа ҡушыла.
Фестивалдә Үҙәк федераль округтан Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм Мәскәү дәүләт академия театрының “Русская песня” коллективтары сығыш яһаны. Шулай уҡ концерттарҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән танылған йыр - бейеү ҡатнашты. Концерттан һуң район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Георгиевна һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, тағын килеүҙәрен һораны.
Дәртле музыка, халыҡсан йыр-моң һәм, иң мөһиме, Рәсәй халҡының яратҡан артисы менән аралашыу мәләүездәргә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: