ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Әҙәпле булыу - ул иманлы булыу

Автобусҡа “Һаумыһығыҙ!” - тиеп инеп, “Рәхмәт” - тип төшкән ҡатынға күптәр ғәжәпләнеберәк ҡарай ине тәүҙә. Башҡаларҙың үҙенә сәйерһенеп ҡарағанын тойһа ла, ул ғәҙәтенсә иҫәнләшеп килеп инә, рәхмәт әйтеп төшөп ҡала.

Автобусҡа “Һаумыһығыҙ!” - тиеп инеп, “Рәхмәт” - тип төшкән ҡатынға күптәр ғәжәпләнеберәк ҡарай ине тәүҙә. Башҡаларҙың үҙенә сәйерһенеп ҡарағанын тойһа ла, ул ғәҙәтенсә иҫәнләшеп килеп инә, рәхмәт әйтеп төшөп ҡала.
Күптән түгел уның менән йәйәү ҡайтырға тура килде. Көн дә тиерлек осраған кеше, ысынлап та, яҡын таныш һымаҡ булып китә бит, һөйләшеп, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
Ҡалаға күптән түгел генә күсеп килгән икән. Быға тиклем күрше район ауылдарының береһендә йәшәгән. Сығышы менән үҙе - ҡала ҡыҙы, тормошҡа сығып утыҙ йылға яҡын ауылда йәшәгәндәр. Әсәһе ҡартайып, кеше көнлө булғас, мал-тыуарын һатып, йорт-ҡураһын бикләгәндәр ҙә ғаиләһе менән ҡалаға күскәндәр. Тормош иптәше вахта менән ситкә йөрөп эшләй, үҙе лә ҡала ойошмаларының береһенә урынлашҡан. Ҡала мөхитенә, кешеләргә өйрәнә алмауына зарланды ул.
- Ҡала халҡы бер-береһенән шул тиклем ситләшкән. Бына, мәҫәлән, үҙем бында ярты йылға яҡын йәшәйем, ә күршеләремде күргәнем юҡ. Ҡыҙыҡ, күршең менән һине ни бары бер нисә сантиметрлыҡ стена айыра, хатта карауаттарың йәнәш, ә һин уларҙы белмәйһең. Тәүҙәрәк танышыу, дуҫлашыу ниәте менән юҡ йомошто барып итеп, ишектәрен шаҡып ҡарағайным. Уларҙың йөҙөндә ғәжәпләнеү, аптырау күргәс, был уйымдан кире ҡайттым. Хәҙер ҡала фатирҙарының һәр береһендә - тауыш үткәрмәй торған пластик тәҙрә, тимер ишек, ҡорған урынына - жалюзи. Бер кемде лә ишетмәҫкә, күрмәҫкә булдырылғандыр былар.
Яңыраҡ ауылдан килһәм, подъезда шарҙар эленгән, ишектә - “Кәләш бында йәшәй” тигән яҙыу йәбештерелгән. Күршем ҡыҙын кейәүгә биргән икән. Ул-был иткәнсе күршем сығып, теге яҙыуҙы, шарҙарҙы алып та йөрөй. “Туйығыҙ ҡотло булһын, балалар бәхеткә сорналһын!” - тип әйтеүемә, йөҙөнә бер ниндәй тойғо сығармай: ”Туй кисә үк булды бит инде, ә йәштәрҙең бергә йәшәүенә бер йыл тулды”, - булды һүҙе. Ихласлыҡ ҡайҙа, шатлыҡ ҡайҙа? Әҙәп өсөн генә, рәхмәт, тиһә ни була? Ә мин үҙем иһә күршем өсөн ысын күңелдән шат инем, балаларҙы башлы-күҙле итеү - оло эш бит, тимәк, атай-әсәйҙең иң мөһиме бурысы үтәлгән.
Ауылда тормош барыбер икенсе. Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ, тәбиғилек юғалмаған әле унда. Ауылдыҡылар бер-береһенә иғтибарлыраҡ, кешелеклерәк. Беҙ үҙебеҙ күрше-тирә менән яҡын туғандар һымаҡ йәшәнек. Береһе бесән алып ҡайтһа, ярҙам һорамаһа ла, икенсебеҙ һәнәген тотоп килеп етә. Картуф сәсеү-ҡаҙыу, ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым һуғыу мәлендә лә ҡулалмаш эшләйҙәр. Туйға ла, ҡунаҡҡа ла бергә әҙерләнәһең. Береңдең мунсаһы эҫеһенә икенсең барып сабына. Һағынам ауыл тормошон. Өйрәнә алмаҫмын, ахыры, ҡала тормошона.
Шулай ҙа яңы танышымды иң аптыратҡаны - бер йорт, подъезд кешеләренең бер-береһен белмәүе, иҫәнләшмәүе.
- Ҡалала халыҡ иҫәнләшеүгә, һаубуллашыуға әллә нимә һымаҡ ҡарай. Башлап иҫәнләшеүҙе түбәнселек итеп күрәме, әллә артта ҡалғанлыҡ, артыҡ ябайлыҡ итеп күрәме - аңламаҫһың. Ҡөрьән-Кәримдең “Ән-ниса” сүрәһендә сәләмләшеү тураһында шулай тиелә: “Һеҙгә сәләм биргән һайын һеҙ унан яҡшыраҡ итеп сәләмләгеҙ”. Күршеләрем, мәҫәлән, үҙҙәре башлап иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу түгел, яуап бирергә лә иренә. Йәштәр, балалар ғына түгел, ололары ла. Һаулыҡ һорашыу - үҙе ҙур сауап бит ул. Кеше менән иҫәнләшеү - үҙеңә, яҡындарыңа һаулыҡ теләү менән бер, әҙәплелектең, тәрбиәлелектең иң беренсе күрһәткесе.
Әҙәплелек ҡуянды ла үлемдән ҡотҡарыуы тураһында риүәйәт тә бар. Бер ҡуян кәбеҫтә ашап йөрөһә, ауыл яғынан тауыҡ аулай алмаған ас төлкөнө күреп, ҡасырға була. Үҙе төлкөнөң яратҡан аҙығы икәнлеген яҡшы белә шул. Ҡараңғы мәмерйәгә йәшеренергә уйлай. Әммә унда ҡуянды төлкөнән дә ҡурҡынысыраҡ йылан аулағанын шәйләмәй. Ололарҙың: “Ишек асыҡ булһа ла, рөхсәтһеҙ инмә”, - тигәнен иҫенә төшөрөп, мәмерйәгә инеү менән: “Һаумы, мәмерйә! Һиңә инергә мөмкинме?” - тип һорай. Ауыҙына үҙе инеп килгән тәмле аҙыҡҡа ҡыуанып, йылан мәмерйә булып яуап бирә: ”Рәхим итеп ин, ҡуян”. Яуапты ишетеү менән ҡуян сығып саба һәм, шулай итеп, ул ғүмерен ҡотҡара.
Танышым дөрөҫ хафалана. Һуңғы ваҡытта әҙәплелек модала түгел шул. Үрҙә әйтелгәнсә, автобусҡа, магазинға иҫәнләшеп барып инһәң, аптырап ҡарағандар бар. Ә юҡ-барға ығы-зығы ойоштороп, тауыш күтәргәндәргә өйрәнеп бөтөп барабыҙ. Ғәйеплене урынына ултыртыу, ауыҙын ябыу урынына күрмәмеш-ишетмәмеш булып ултырабыҙ, тауыш күтәреүсе, янъял ҡуптарыусы менән өнһөҙ килешәбеҙ. Кем белә, шулай битарафлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәтеп, әллә ниндәй енәйәттәргә юл да ҡуябыҙҙыр әле...
Читайте нас: