Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт йәштәре көнө үтә

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр башҡорт йәштәре тағы ла оло ҡорға йыйыла "Башҡорт" йәмәғәт ойошмаһы "Башҡорт йәштәре көндәре - 2019" байрамының сираттағыһын Йылайыр районы Юлдыбай ауылы эргәһендә ойоштора. Сара - 12, 13, 14 июлдә хозур тәбиғәт ҡосағында үтә.

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр башҡорт йәштәре тағы ла оло ҡорға йыйыла
"Башҡорт" йәмәғәт ойошмаһы "Башҡорт йәштәре көндәре - 2019" байрамының сираттағыһын Йылайыр районы Юлдыбай ауылы эргәһендә ойоштора. Сара - 12, 13, 14 июлдә хозур тәбиғәт ҡосағында үтә.
Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙҙың бай мираҫы - йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән сарала барлыҡ башҡорт йәмәғәт ойошмалары, район вәкилдәре, яҡташтар берлеге, республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән рухлы йәштәр ҡатнаша.
Күңелле уйындар, мауыҡтырғыс тамаша, башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың артабанғы үҫеш мәсъәләләрен хәл итеүгә арналған түңәрәк өҫтәлдәр, спорт ярыштары, усаҡ янында гитара, ҡурай моңо һәм эстрада йондоҙҙары сығышы - былар барыһы ла тик йәштәр өсөн әҙерләнгән, ти ойоштороу комитеты.
Әгәр ҙә һинең күңелең дәрт-дарманға ташһа, Башҡортостан өсөн янып-көйһә, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләһәң, Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим ит!
Иҫ киткес саранан ситтә ҡалмағыҙ!
Читайте нас: