ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тарихымды онотмам - тамырымды ҡоротмам

Шәғәли Шаҡман вариҫтары Белорет районы Ҡаһарман ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы, Тамъян ырыуы бейе Шәғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашты. Белорет районы хакимиәте башлығы Вячеслав Мироновтың саҡырыу буйынса сарала Мәләүез районы тамъяндары ла ҡатнашты. Мәләүез районы халҡы исеменән тамъян ырыуы вәкилдәрен Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов ҡотланы. Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе райондары вәкилдәре лә ҡушылды изге теләктәргә.

Шәғәли Шаҡман вариҫтары Белорет районы Ҡаһарман ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы, Тамъян ырыуы бейе Шәғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашты. Белорет районы хакимиәте башлығы Вячеслав Мироновтың саҡырыу буйынса сарала Мәләүез районы тамъяндары ла ҡатнашты.
Мәләүез районы халҡы исеменән тамъян ырыуы вәкилдәрен Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов ҡотланы. Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе райондары вәкилдәре лә ҡушылды изге теләктәргә.
Милли көрәш майҙанында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айнур Хисаметдинов 2-се урын алды, йәш көрәшселәр Иҙел Шәйәхмәтов, Арыҫлан Әлимғужиндар ҙа үҙҙәрен ысын батыр итеп күрһәтте. Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбе директоры Мораҙым Шаһманов ауыл аҡһаҡалдары менән аралашып, тарихи мәғлүмәт тупланы. Ауыл халҡы ырыуҙаштарын милли аш-һыу менән һыйланы. Үҙ сиратында ошо юлдарҙы яҙыусы мин дә Шәғәли Шаҡманға арналған шиғырымды уҡып ишеттерҙем.
Сара һуңға тиклем дауам итте, саҡрым-саҡрым юл үткән ырыуҙаштар оҙаҡ фекер алышты. Нәҫел-тамырҙар барланды, адрес, телефон һандары менән алмаштылар.
Читайте нас: