ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙ йолалары

Тарихты байҡау, туғандарҙы барлау байрамы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” - бөгөн иң күп кеше йыйылған байрамдарҙың береһе. Унда ҡатнашыу өсөн бер кем дә рәсми саҡырыу көтмәй. Туғанлыҡ ептәрен барлар, йәшлек дуҫтары, класташтар менән осрашып, аралашып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашыр өсөн йыйылалар.

Дәүләтҡол ауылына нигеҙ һалыныуға 235 йыл тулыу уңайы менән ойошторолған байрамға ла илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәгән ауылдаштар дәррәү йыйылды. Тораҡ пункт янындағы аҡланға килеүселәрҙе йыр-бейеү, бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Маҡтаулы ҡунаҡтар сафында Мәскәүҙә йәшәгән летчик-истребитель Зөбәйер Иҫәнғолов, Ҡазандан уның һеңлеһе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолова бар ине.
- “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек байрамдар кеше күңелен рухи яҡтан байыта, уларҙы туплай, изге эштәргә дәртләндерә, - ти Корнеевка ауыл биләмәһе башлығы Татьяна Михайлова. - Уның икенсе яғы ла бар: сараға әҙерлек сиктәрендә тораҡ пункт биләмәһе таҙарып, йорт-ихата төҙөкләнеп ҡала.
Байрам барышында төрлө йылдарҙа фермала, баҫыуҙа намыҫлы эшләгәндәр, хеҙмәт ветерандары, күп балалы әсәйҙәр, ауылдың иң өлкән кешеләре билдәләнде. Уларҙың бөтәһе лә ауылдаштарының көслө алҡыштары менән сәхнәгә күтәрелде һәм бүләк алды.
Читайте нас: