ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Август 2019, 14:37

Уйҙарым һәммәбеҙ тураһында…”

Татар шағиры, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан татар яҙыусылары берләшмәһе етәксеһе Марис Нәзировҡа 70 йәш тулған булыр ине. Дуҫыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанға алты йыл үтеп бара.

Татар шағиры, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан татар яҙыусылары берләшмәһе етәксеһе Марис Нәзировҡа 70 йәш тулған булыр ине. Дуҫыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанға алты йыл үтеп бара.
Талантлы шағирҙың үҙ ғүмерендә 11 йыйынтығы баҫтырылып сыҡты. Татар телендә яҙылған әҫәрҙәре башҡорт, урыҫ, сыуаш, инглиз, немец, төрөк телдәренә тәржемә ителә, улар республикалағы татар мәктәптәре дәреслектәренә индерелә. Уның шиғырҙарына йөҙҙән ашыу йыр яҙылған, әле лә радио-телетапшырыуҙарҙа арҙаҡлы йырсылар башҡарыуында яңғырай. Яҡташыбыҙ, композитор Фаил Абдраҡов һәр саҡ Марис Нәзировтың ижадының тәрән мәғәнәле, күңелгә үтеп инеүсән икәнлеген әйтә торғайны. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар халыҡ араһында киң таралған.
Марис Нәзиф улы 20 йылдан ашыу Мәләүездә йәшәне һәм хеҙмәт итте. Республиканың көньяҡ зонаһы буйынса “Ҡыҙыл таң” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Күмертау, Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Федоровка, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе ерен арҡырыһын буйына йөрөп сыҡты, йөҙләгән ауылдарҙа булып, халыҡ менән эшләне. Үткер ҡәләмле журналист сәйәси күренештәрҙе лә ҙур оҫталыҡ менән һүрәтләүе, ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы һәр яҡлап күрһәтә белеүе менән үҙенә ылыҡтырҙы. Кәрәк булғанда тәнҡит тә яуҙырҙы. Халыҡ араһында йөрөгәс, дуҫтары ла күп булды.
Мәләүездән күсенгәндән һуң Өфөлә “Ғасыр” аҙналыҡ баҫмаһында яуаплы секретарь, “Толпар” журналында баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын йөкмәне. Ижади хеҙмәте, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Саҡмағош районында “Игенсе” гәзитендә баш мөхәррир булып эшләгәндә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була. Яҙыусылар Союзы ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эшен даими башҡара, дүрт тапҡыр рәттән Ҡазанда үткән Бөтә донъя татарҙары конгресына делегат итеп һайлана.
Һуңғы осорҙа Башҡортостан яҙыусылар союзы идаралығының рәйесе урынбаҫары вазифаһында республиканың яҙыусылар ойошмаһында ҙур эштәр атҡара, йәш әҙиптәргә ярҙам итә, ҡала-райондарҙа саралар үткәрә. “Уның кеүек талантлы ойоштороусыны, яуаплы хеҙмәткәрҙе табыуы ҡыйын буласаҡ”, - тигәйне үҙенең хушлашыу сығышында Риф Тойғонов. Ауырып ятҡанда ла һуңғы көнгәсә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне шағир.
Марис Нәзиров Ләйсән, Венера, Айгөл ҡыҙҙарына яҡшы атай булды, тормош иптәше ваҡытһыҙ мәрхүм булғас, уларҙы үҙе оло тормош юлына баҫтырҙы.
Кешелә бар нәмә лә матур булырға тейеш тигән һүҙҙәр нәҡ Марис Нәзиф улына ҡарата әйтелгән кеүек. Ышаныслы ир, талантлы шағир, кешелекле кеше ине... Һин беҙҙең күңелдә һәр саҡ ҡаласаҡһың.
Читайте нас: