ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
14 Август 2019, 13:28

Ингәндә, сыҡҡанда ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрәләр?

Ҡайһы берҙә бөтөнләй таныш булмаған кеше менән күптәнге дуҫтар һымаҡ айырылышаһың. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы?

Ҡайһы берҙә бөтөнләй таныш булмаған кеше менән күптәнге дуҫтар һымаҡ айырылышаһың. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы?

Банктан сығып барам. Ишек тотҡаһына минең менән бер үк ваҡытта бер ирекәй ҙә үрелде. Минән олораҡ булғас, уны алдан үткәрергә уйлап, сигендем. Ул да бер аҙым артҡа атланы ла йылмайып:

- Тик һеҙҙән һуң, - ти.

Рәхмәт әйттем дә юлымды дауам иттем.

- Ирҙәрҙе алдан үткәреү ҡағиҙәһен белгәс, һеҙ, моғайын, мосолман ҡатынылыр, - тип һөйләнә-һөйләнә арттан килә.

Өндәшмәйем.

- Мин үҙем дә урам да танышырға яратмайым, - ти.

Өндәшмәйем.

- Йәшерәк саҡта бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрмәй инем. Ихтирам итмәүҙән түгел, ә һәр ваҡыт ашығып йөрөүҙән. Гүзәл затты алдан үткәреү ғәҙәтенең тарихын уҡығас ҡына этикет талабына эйәрә башланым, - һаман һөйләнеп килә.

Бәйләнсек кешене яратмайым, һаман да өндәшмәйем.

- Ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн ир-егет ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрә?”- тип һорап ҡуйҙы был ағай һәм был барыбер өндәшмәҫ тинеме икән, дауам итте. - Тәүтормош кешеләре һунарҙан ҡайтҡас, төрлө йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланып, мәмерйәгә иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙарын индергән икән. Ошо хәҡиҡәтте белгәс тә, автобустан йәки берәй бинанан сыҡҡанда ла, ингәндә лә гүзәл затты үткәрәм. Кем белә? Беҙҙең заманда ла төрлө яҡлап хәүеф-хәтәр янап ҡына тора бит...

Бына шул ваҡыт инде түҙмәнем. Урам уртаһында туҡтап таныш түгел ағай менән рәхәтләнеп шарҡылдап көлдөм.

- Һөнәрем буйынса тарихсымын. Бик күп этикет ҡағиҙәләренең тарихын беләм, - тине.

Ә һеҙ ниндәй этикет ҡағиҙәләренең тарихын беләһегеҙ?
Читайте нас: