ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Август 2019, 17:45

Ялан сәйенең тәме

“Бүләк тауҙай сәләм һеҙгә, сәләм һеҙгә Әбеттән. Сәләмдәрен әйтеп ҡалды саф һыулы күҙле шишмәм”

“Бүләк тауҙай сәләм һеҙгә,
сәләм һеҙгә Әбеттән.
Сәләмдәрен әйтеп ҡалды
саф һыулы күҙле шишмәм”, тип башланды Әбет ауылында “Ялан сәйе” байрамы. Һыуһағанда ла, арығанда ла эсәбеҙ ул сәйҙе. Ауылдаштар осрашһын, күрешһен, һөйләшһен тигән маҡсат менән ойошторолдо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ямғыр яуыу сәбәпле, Нөгөш буйында үтәһе байрам, мәҙәниәт йортонда уҙҙы.

Борон өләсәйҙәрҙең урындыҡ өҫтөндә самауыр ҡайнар ине, еҙ батмуста кәсәләр теҙелеп ултырҙы. Улар таҡта, грузин, һинд, мәтрүшкәле сәйҙәр менән һыйлар ине. Хәҙер магазинға инһәң, сәйҙең ниндәй генә төрө юҡ.
“Нурлы” ансамбле, Рөстәм Оморҙаҡов, Ринат Хәкимов, Фәнис Бикташев, Рәйлә Смаҡова, Нәркәс Сәфәрғолова, Эвелина Бикташеваларҙың йырҙары алҡыштарға күмелде.

Ауылдаштар төрлө номинацияларҙа билдәләнде: “Татыу күршеләр” - Ғәйшә Арыҫланова менән Тамара Бикташева, “Атай-әсәй нигеҙен һыуытмаған” - Резеда һәм Сулпан Бикташеватар, “Өлгө алырлыҡ ауылдаш” - Фәнис Бикташев, “Татыу бейем һәм килен” - Әлфиә Иҫәнова килене Альбина Иҫәнова, “Татыу ғаилә - ил күрке” - 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Рәхилә һәм Миңнулла Иҫәновтар, “Күп балалы ғаилә” - Алһыу менән Рәил Смаҡовтар, “Һалдат әсәһе” улын Рауилды армия хеҙмәтенә оҙатыусы әсә Әлиә Имелбаева, “Дәртле хаҡлы ялдағылар” - Гөлниса Юлдыбаева, Резеда Бикҡужина, Тутыя Күсмәева, Гөлнур Иманаева, Рәхилә Иҫәнова, Рәмзиә Бикташева, “Музыкаль ғаилә” Оморҙаҡовтар. Барыһы ла Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ бәләкәй йондоҙҙарыбыҙ Алмаз Оморҙаҡов, Айгизә Бәҙриева, Роксана Шәмсетдинова, Русалина һәм Даяна Ҡаҙбулатова, Луиза Рәхимова бейеү бүләк итте. Беренсегә сәхнәгә сыҡҡан Эльза Оморҙаҡова, Эльвина Арыҫланова, Рузилә Смаҡова дәртле йыр менән күңелдәрҙе елкендерҙе.
Сара сәй эсеү менән тамаланды. Ауылдаштарҙы бергә туплаған ошо матур байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы. Ҡатнашҡандарға дәрт-моңдарын өләшеп, уҙғарылған һәр мәҙәни сарала актив булып, иҫән-һау йүгереп йөрөүҙәрен теләп тәмле сәй эсеп тамамланды.
Миләүшә БИКҠУЖИНА.
Автор фотоһы.


Читайте нас: