ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
30 Август 2019, 14:49

Сибәркәй

Был ҡошҡа кеше йәне инеп ултырған булдымы икән әллә, тип уйлайым мин бөгөн дә. “Индоутка” тип йөрөтөлгән тоҡомдан ине ул. Күркә сифаттары ла бирелгәндер, ҡәҙимге өйрәктеке лә бар ине. Әммә мин яратҡан инә ҡош береһенә лә оҡшамаған, үҙенә күрә бер төрлө һөйкөмлө ине.

Был ҡошҡа кеше йәне инеп ултырған булдымы икән әллә, тип уйлайым мин бөгөн дә.
“Индоутка” тип йөрөтөлгән тоҡомдан ине ул. Күркә сифаттары ла бирелгәндер, ҡәҙимге өйрәктеке лә бар ине. Әммә мин яратҡан инә ҡош береһенә лә оҡшамаған, үҙенә күрә бер төрлө һөйкөмлө ине.
...Бәпкәләрҙе ҡарт инә өйрәк баҫып сығарҙы. Себештәр ни, барыһы ла матур, шуҡ. Ашарҙарына биргәндә инәләре “ҡыжҡ-ҡыжҡ” тип тауыш бирһә, бәләкәстәрҙең бөтәһе лә йә әсәһенең ҡанаты аҫтына, йә берәй түмәр артына ҡасҡан булыр ине. Араларынан тик береһе генә: “Ҡарағыҙ миңә”, - тигән кеүек, йәшеренергә ашыҡманы. Юҡ, улай түгел: мин кешенән ҡурҡмайым, ул үҙе беҙҙе һаҡлай ул, тигәнерәк тойола ине үҙен үҙенең тотошо.
Һаҡлап, ҡарап ҡына үҫтерҙек беҙ бәпкәләрҙе, барыһы ла имен-аман ҡураға инде. Иртә яҙҙан үҫеп еткән инә бәпкәләр икенсе йылына үҙҙәре йомортҡа һала башланы, шул иҫәптән теге “сибәркәй” ҙә (Мин уны шулай тип йөрөттөм).
Һәр инә ҡош нәҫел ҡалдырырға ниәтләгәндә уңайлы урын эҙләй, оя ҡора. Тик ни эшләптер, йәш инәләрҙең береһе лә тәбиғи инстинктын тергеҙергә теләмәне, “ҡыжҡ-ҡыжҡ” килеп урамға, йәшел үләнгә ашыҡты. Сибәркәй генә иптәштәренә эйәрмәне, үҙ телендә нимәлер әйтергә теләгән һымаҡ, минең тирәләй уралды. Ахмаҡ, уның оя ҡороға теләп, урын табып бирергә үтенгәнен мин һуңғараҡ ҡына аңлап ҡалдым. Һарайҙың иң тыныс урынына йомшаҡ оя эшләп биреүем булды, ул менеп тә ултырҙы. Ғәжәп хәл: һәр тере йән эйәһе, ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, ҡаса, йәшеренә, ә был...
Иң һуңғы йомортҡаларҙы аҫтына һалдым. Ул аяғүрә баҫты, һиңә уңайлыраҡ булһын, ҡамасауламайым, тигәндәй, ҡанаттарын тырпайтты.
Йомортҡа баҫырға ултырғас,көн һайын булмаһа ла инә ҡоштоң хәлен белеп торҙом, алдынан һыу, ризыҡ өҙмәнем. Йомортҡа баҫҡанда инәләр ашап бармай бит, был да тәғәм ризыҡ ҡапманы.
Берҙән-бер көндө сипылдаған тауыш ишетеп ҡалдым: моғайын, сибәркәйҙең себештәре сыға башлаған! Һарайҙағы оя эргәһенә йүгереп барҙым. Эйе, тауыш шунан сыға. Йонсоп киткән өйрәктең күҙҙәренә ҡарайым. Ул: “Бына ҡара, минең дә балаларым бар, ышанмаһаң, үҙ күҙҙәрең менән күр! - тигәндәй ҡалҡына бирә, ә бер нисә йомороҡай томшоҡтарын оя мамығына йәшереп маташа.
Бына әле һаман да ошо хаҡта уйлайым: нисек ошо йән эйәһе кешегә ылыҡты икән?
Бәпкәләре ҡулдан уҡ ашамаһалар ҙа, минән өркмәне.
Көҙ яҡынлашты. Себештәр ҙә үҫте, улар йә алыҫҡа оса, йә ағас башына, йә кәртәгә менеп ултыра. Ул ҡанаттарын тәненә ҡыҫа биреп, башын түбән эйеп, ҡураның бер мөйөшөнә барып һырығыр булды.

(Хикәйәнең дауамын гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас: