ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
7 Сентябрь 2019, 19:32

Күренекле яҙыусы иҫтәлегенә көмөш тәңкә сыҡты

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы.


Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, яңы тәңкә «Рәсәйҙең күренекле шәхестәре» серияһын тулыландыра. Ике һумлыҡ аҡсаның тиражы - 3 мең дана.

2019 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.

Бынан тыш, Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан яҙыусының портреты төшөрөлгән марка һәм конверт почта әйләнешенә сыҡты.
Читайте нас: