ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Сентябрь 2019, 19:02

Мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проект бойомға ашырыла

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә

Уға ярашлы, кесе йомала баш ҡалабыҙҙың Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Мәләүез районы вәкилдәре бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Башлығы, мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында тормошҡа ашырылған проект Өфө тамашасылары араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Айырыуса пенсионерҙар был сараны үҙ иткән. “Көн һайын булһа ла килер инек. Берҙән, концерттар буш. Икенсенән, һәр райондың үҙенә генә хас матур йолалары, үҙенсәлеге бар. Мәләүездәрҙең костюмдары, мәҫәлән, артыҡ заманлаштырылмаған, миллилекте һаҡлаған. Күргәҙмә артыҡ ҡыҙыҡһыныу уятмаһа ла, үҙешмәкәрҙәрҙең дәртле баҫып йөрөүенә, ихласлығына ҡарап, матур концертҡа өмөт итәм”, тигәйне сара башланыр алдынан сығышы менән Хәйбулла районынан Рауза Дәүләтшина.

Юрағаны юш килде апайҙың: мәләүездәр филармония сәхнәһен дер һелкетеп ҡайтты!

Иң башта район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатыуында Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зариф Байғусҡаров, Рамаҙан Рамаҙанов, Розалия Хисмәтуллина һәм Валерий Шәрипов һәм башҡа маҡтаулы ҡунаҡтар фойелағы “Аҡ тирмән”, “Һөт-консерва комбинаты” йәмғиәттәре етештергән продукциялар, белем биреү учреждениелары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, музей экспозициялары менән танышты.

Концерт программаһы бер нисә өлөштән торҙо. Тәүҙә тамашасы район тураһында фильм ҡараны. Артабан Мәләүез ере тарихының иң сағыу биттәре тураһында сығыштар тәҡдим ителде. Үҙешмәкәр коллективтар тамъян ырыуының аҫаба ерендә юрматы, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре иңгә-иң терәшеп, дуҫ йәшәүен, аҙаҡ унда сыуаш, урыҫ һәм башҡа халыҡтар күсеп килеүен, уларҙың тырыш һәм берҙәм хеҙмәте менән төбәк йылдам үҫеш алыуын һүрәтләгән музыкаль композиция күрһәтте. Унда Башҡортостандың үҙаллылығына нигеҙ һалған кешеләр иҫкә алынды.

Концерт күп жанрлы булды, йәғни фольклорға ла, эстрадаға ла, балалар ижадына ла ҙур урын бирелде. Шулай ҙа халыҡ ижады өҫтөнлөк итте. Программаны ял-мәҙәни үҙәгенең “Мәләүез ынйылары” коллективы башлап ебәрҙе. Артабан сәхнәгә Смаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тамъян егеттәре” төркөмө, ҡала мәҙәниәт һарайының ир-егеттәр квартеты, “Көнгәк” халыҡ, “Йәйғор” өлгөлө, ҡурайсылар, “Аманат”, “Уральские самоцветы”, “Туслох”, “Рәйхан”, “Днипро” ансамблдәре сыҡты. Уларҙы балалар сәнғәт мәктәптәренең “Задоринка” бейеү коллективы, балалар инструменталь оркестры, йырсылар Роман Костин, Олег Попов, Людмила Михайлова, Ләйсән Вәлиева һәм башҡалар алмаштырҙы. Сығыштарҙың барыһы ла темаға тура килтереп, видеояҙмалар менән оҙатылыуы программаны байытты. Шулай уҡ Өфөлә йәшәгән талантлы яҡташтарыбыҙ Сәйҙә Ильясова, Флүрә Үҙәнбаеваларҙың йыры сағыу биҙәк өҫтәне.

Концерт бер тында үтте. Тамашасы һәр сығышты көслө алҡыш менән ҡаршы алды һәм оҙатты. Сара һуңында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға марафон эстафетаһын тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, күңелле ял һәм байрам ойошторған мәләүездәргә барыһына ла рәхмәт әйтте.

Алып барыусылар Гөлгөнә Саҡаева, Наталья Лукичева, Булат Биков, Ривал Мәхәмәтшин сараны “матурлыҡты, татыулыҡты күргегеҙ килһә, Мәләүезгә килегеҙ” тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Был концерттан һуң күптәрҙең беҙҙең районды күрегеһе килгәндер, ә Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ғорурлыҡ хисе кисергәндер, тип уйларға урын бар.
Читайте нас: