ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Сентябрь 2019, 18:20

Ямғырлы көндәрҙә күңелегеҙ бойоҡмаһын! Тормоштоң һәр миҙгеле матур!

Беҙҙән шиғри күстәнәс

КӨҘ
Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән
Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,
Хушлаштылар бөгөн улар менән
Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Шаян еддәр уйнап үтәләр,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындарҙың
һары шәл суҡтарын һүгәләр.
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем
һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,
Тормошта яҙ —
Сирень ағастары
Сәскә ата кеүек баҡсала...
М.Кәрим
***
КӨҘГӨ КӨН
Көйө киткән ҡатын кеүек,
Көн яманы урамда.
Нимә кейеп сығырға, тип,
Баш ватамын, торам да.
Нимә кейеп сығырғалыр -
Ҡатын-ҡыҙҙың бер зары.
Ҡалғанынан эҙ яҙҙырған
Быныһы сәбәп бары.
Көн яманы китә торған,
Күлдәге лә табыла.
Тик хыялдар... Эх, хыялдар!..
Ямғыр, тиеп,
Һуңдыр, тиеп,
Эше, тиеп,
Кеше, тиеп,
Биктә ҡала тағы ла...
М. Ҡаһарманова
***
КӨҘҘӨҢ СЕРҺЕҘ МӘЛЕ...
Шәрә тауҙар. Шәрә ҡайындарым
Көҙҙөң серһеҙ мәле. Туң. Моңһоу.
Йылы шәлем алып билгә быуҙым.
Тышта йәмһеҙ. Керһәң өй тынсыу.
Ҡайындарҙың шәле бәйләнмәгән,
Зифа тәндәр асыҡ ят күҙгә.
Сараһыҙлыҡ. Башты эйгәндәр ҙә
Үпкәләйҙәр микән был көҙгә?
Әле генә алтын туйҙар ине,
Кәләштәре ҡарап туйғыһыҙ.
...Тапап килә миҙгел миҙгел эҙен.
Бер сорнаһа һағыш,тыйғыһыҙ...
Н. Хәмбәлиева
Читайте нас: