ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Сентябрь 2019, 19:52

Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы Ялтала «Евразия күпере» фестиваленең Гран-прийына лайыҡ булды

Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы «Евразия күпере» фестиваленең «Иң яҡшы уйын фильмы» номинацияһында Гран-при алды.

Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы «Евразия күпере» фестиваленең «Иң яҡшы уйын фильмы» номинацияһында Гран-при алды. Бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһы Ливадия һарайында үтте.
20-24 сентябрҙә Ялтала «Евразия күпере» халыҡ-ара киновестивале уҙҙы. Быйыл жюриҙа Рәсәй режиссеры һәм актеры Кирилл Плетнев, Рәсәй актрисаһы Ольга Кабо, француз режиссеры һәм сценарист Хамид Бенамра, болгар режиссеры һәм шағирәһе Майя Вапцарова, испан кино белгесе, ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале директоры Хайме Ногуэра, Пусанда балалар һәм үҫмерҙәр киноһы фестивале программалары кураторы Анджела Ли эшләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 сентябрҙә Өфөлә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылында ҙур мәҙәни ваҡиға булды.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: